Импорт тауарҙарына юл ябылыу һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең йәшелсә-емеш баҙары 30 процентҡа кәмене тип белдерә ауыл хужалығы министрлығы

Импорт тауарҙарына юл ябылыу һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең йәшелсә-емеш баҙары 30 процентҡа кәмене тип белдерә ауыл хужалығы министрлығы 25.04.2015

Мөмкинлектән урындағы эшҡыуарҙар файҙаланып ҡалырға тырыша. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районындағы «Вәлиев» хужалығы ҡала халҡын сифатлы ҡыяр менән тәьмин итмәксе. Эшҡыуар быйыл күләмле модернизация үткәрергә, киләсәктә теплицалар һанын арттырырға иҫәп тота.

Ҙур булмаған теплицала Вәлиевтар ярайһы уҡ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Былтыр 1 гектар майҙандан улар 150 тонна ҡыяр йыйып ала. Продукция ла кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай. Тауарыбыҙҙың сифатлы булыуын Стәрлетамаҡтар яҡшы белә, шунда уҡ алып та бөтәләр, ти Илдар.
Илдар Вәлиев, «Вәлиев» хужалығы етәксеһе урынбаҫары: «Ҡыярҙы көн аша йыйып, ҡалаға оҙатабыҙ. 5 йыл эсендә даими хеҙмәттәшлек иткән ойошмалар, магазиндар барлыҡҡа килде. Продукциябыҙҙы улар ара».
Шул уҡ ваҡытта конкуренция шарттарында юғалып ҡалмаҫ өсөн сифатлы продукция етештереү, сығымдарҙы кәметеү талап ителеүен эшҡыуар аңлай. Мәҫәлән, быйыл улар теплицаларҙағы йылытыу системаһын яңыртырға иҫәп тота. Киләсәктә шулай уҡ үҫентеләрҙе тамсылап һуғарыуҙы индереү пландары бар. Быларҙы башҡарғас йүнсел уңышын 20-30 процентҡа арттырырға  иҫәп тота.
Тикшереүҙәр ҙә йәшелсә-емеш баҙарында тәҡдим етешмәүен күрһәтә. Тармаҡтың ҡеүәте бар. Ләкин бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа етештереүҙе киңәйтеү, уны яңыса йыһазландырыу еңелдән түгел. Кредит буйынса түләүҙәр ҙә, сит ил ҡорамалдарына хаҡтар ҙа арта. Мәсьәлә февралдә үткән йәшелсәселәр кәңәшмәһендә лә тикшерелде. Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы йәшелсә үҫтереүселәргә ярҙамды арттырыу яҡлы.
Николай Коваленко, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Беҙ йәшелсәселәр өсөн кредит буйынса процентты кәметеү тәҡдиме менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығына сыҡтыҡ. Кредиттар буйынса субсидияларҙы арттырыуҙы урынлы һанайбыҙ».
Әйткәндәй, ошонда уҡ Башҡортостандың йәшелсә үҫтереүселәр берлеге ойошторолдо.  Союзға берләшеп эшләү дәүләт ярҙамын алыуҙы күпкә еңеләйтер тип көтөлә. Бынан тыш, Рәсәй йәшелсәселәр берлеге рәйесе Сергей Королев йәшелсә һаҡлағыстар төҙөү сығымдарының 20 проценты федераль ҡаҙнанан түләнәсәк тип белдерҙе. Һаҡлағыстар сафҡа ингәс,
етештереүселәр продукция күләмен дә арттырыр тип көтөлә.
Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку