Илештә тоҡомло малсылыҡ йүнәлешен камиллаштырыу юлдары барланды

Илештә тоҡомло малсылыҡ йүнәлешен камиллаштырыу юлдары барланды 07.07.2016

Райондың «Урожай» хужалығы базаһында  яһалма аталандырыу операторҙарының 24-се республика конкурсы үтте. Сарала Башҡортостан төбәктәренән 70-тән ашыу белгес ҡатнашты.

Конкурс дүрт өлөштән торҙо. Тәүҙә бәйгеселәрҙең теоретик белеме һыналды. Улар тест һорауҙарына яуап бирҙе. Артабан улар лабораторияға күсеп орлоҡ материалы менән эш итеү оҫталығын күрһәтте. Өсөнсө этапта малдарҙы әҙерләү һәм дүртенселә был ябай булмаған операцияны башҡарыу һәләте ҡаралды.  Конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың иң оҫта яһалма аталандырыу операторы тип Дыуан районынан Ирина Плотникова танылды. Икенселә Благоварҙан Миҙхәт Базикеев, өсөнсөлө Шарандан Рәмил Яҡупов. Еңеүселәр Маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика