Иглин районының - Балтика һәм Буденый ауылдары республикабыҙҙа һәм унан ситтә йәшәүсе ҡош үҫтереүселәргә яҡшы таныш 24.10.2016

Үҙ эштәрен асыусы  фермерҙар  2006 йылдан ҡаҙ үрсетә. Ҡошсолоҡта ете йыл дауамында ярайһы тәжрибә туплағас, күркә аҫрарға тигән ҡарарға киләләр.

Өс мең баш ҡаҙҙы ҡош үҫтереүселәр бер көнлөк саҡтарынан алып тәрбиәләй. Ҡаҙ бәпкәләре 4-5 ай эсендә өлгөрә. Һимертеп тейешле ауырлыҡҡа еткергәнсе улар ныҡлы иғтибар һәм хәстәр талап итә. Ваҡытында яһалған прививкалар һәм туҡлыҡлы мәтдәләргә бай рацион линда һәм итальян тоҡомло ҡаҙҙарҙан юғары сифатлы ит алырға мөмкинлек бирә.
Байгилдиндарҙың ғаилә шөғөлө бөгөн ҡошсолоҡ предприятиеһына табышлы эшләргә мөмкинлек бирә. Инкубаторҙы  киңәйтеү өсөн яңы бинаның ҡыйығы ябыла, стеналар  ремонтлана. Байгилдиндәр  бөтә эштәрҙе лә үҙ иҫәбенә башҡара. Яҡын киләсәктә ҡошсолоҡ буйынса дәүләт гранты алырға ла иҫәптәре бар.
Күркә ите - алыштырғыһыҙ диетик аҙыҡ һанала. Ул айырыуса, кәүҙә ауырлығынан интеккән  һәм оло йәштәге кешеләргә тәҡдим ителә. Әйткәндәй, Байгилдиндәр ҡоштарҙы килограмын 120  һумдан тере ауырлығы менән дә һатыуға тәҡдим итә. Күркәне бәпкә ваҡытында ҡарауы мәшәҡәтле булһа ла, һуңынан тәрбиәләүе ауыр түгел. Улар көтөү-көтөү булып йөрөй, хужалыҡтан тайпылып, аҙаша торған ғәҙәттәре юҡ. Ашауға талымһыҙҙар,  алдарынан витаминлы ҡатнаш аҙыҡ һәм бойҙай өҙөлмәй. Ҡошсолоҡ миҙгелле табыш килтерә. Ҡошсолоҡтағы һуңғы яңылыҡтар, алдынғы алымдар, асыштар Байгилдиндәрҙең иғтибар үҙәгендә. Фермерҙың бер ҡулында ем булһа, икенсеһендә - ғилем.
Башлыса ҡаҙ, күркә үҫтереүсе фермерҙар йәй айҙарында өйрәк, бройлер себештәре,цесаркалар  сығарыу менән дә мәшғүл. Ҡошсолоҡта табышлы эшләр өсөн инкубаторҙар һәм
заман талаптарына яуап биргән фермалар селтәрен киңәйтеү өсөн улар дәүләт грантына дәғүә итергә ниәтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика