Иглин районының баҫыу эшсәндәре ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын махсус ҡапсыҡтарҙа әҙерләй

Иглин районының баҫыу эшсәндәре ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын махсус ҡапсыҡтарҙа әҙерләй 23.08.2017

Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре был алымды Стәрлетамаҡта уҙған семинарҙа күреп ҡайтып, үҙҙәрендә лә ҡулланырға хәл итә. Шунлыҡтан төбәктең «Агротех» предприятиеһы урып-йыйыу эштәренә биш көнгә иртәрәк төшкән.

Хужалыҡ етәксеһе Камил Нафиҡов ҡапсыҡтарҙа мал аҙығы һаҡлау уңайлығы тураһында белгәс тә, быйыл был алымды районда ҡулланырға ҡарар итә. Махсус ҡапсыҡтарға ашлыҡ, тары ярмаһы һәм башҡа культураларҙы  дым  кимәле 25-30 процент  булғанда  ла тултырырға мөмкин. Шуға ла хужалыҡ урып-йыйыу эштәрен биш көн алдараҡ башлаған.
Хужалыҡта дүрт йөҙҙән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә, Һауым күрһәткестәрен кәметмәҫ өсөн уларға йыл һайын 700 тонна фураж әҙерләү талап ителә. Белгестәр әйтеүенсә, бындай  ҡапсыҡтарҙа мал аҙығы өс йылғаса сифатын юғалтмай.
Төбәктә урып-йыйыу эштәренең дә ҡыҙған мәле. Баҫыу эшсәндәре ямғырһыҙ һауа шарттарына һөйөнә. Бөгөнгө көндә төбәктә уртаса гектар ҡеүәте 18 центнер тәшкил итә, ә «Юнысов» крәҫтиән-фермер хужалығында ужым культураһы гектарыүнан 30 центнер уңыш бирә.
Ураҡ компанияһына райондың өс тиҫтәгә яҡын комбайны йәлеп ителгән. Тиҙҙән  уларға «Башҡортостан» МТС-ның дүрт комбайны  ҡушыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку