Иглин районында үткән күсмә семинар-кәңәшмәлә «500  ферма» республика маҡсатлы  программаһы үтәлеше ҡаралды 23.07.2014

Ике йыл эсендә уға 177  хужалыҡ ҡушылған, быйыл тағы ла 41 ойошма инергә  теләк белдергән. Шул уҡ ваҡытта дәүләттән ярҙам алырға теләүселәргә талаптар ҡәтғиләшә. Улар араһында фермаларҙы комплекслы модернизациялау һәм тоҡомдо яҡшыртыу өсөн мотлаҡ рәүештә яһалма аталандырыу алымын ҡулланыу.

«Мәсәғүтов» хужалығы хәҙер замана ҡаҙаныштары менән рәхәтләнеп файҙалана.  Яңы технологиялар хужалыҡҡа һөт етештереүҙе  арттырырға, шул уҡ ваҡытта ҡул хеҙмәтен кәметергә ярҙам иткән. Мәҫәлән, һөт ҡойоу цехына бер тонна продукт етештереүгә сәғәттән дә кәм ваҡыт талап ителә. Элек бының тураһында хыяллана ла алмай инек, ти цех операторы Людмила Григорьева.
Людмила Григорьева, һөт комбинаты операторы: «Элек һөттө пастеризациялау процесы ҙур һауытта үтә ине, башта уны йылытырға, аҙаҡ иһә һыуығанын көтөргә кәрәк ине. Беҙ тәүлек буйы 4 смена эшләй инек. Яңы аппараттар алынғас эште иртә менән башлап 6-ға бөтөп тә ҡуябыҙ».
Хужалыҡ ферма биналарын да яңыртҡас һауынсыларҙың эше лә еңеләйгән. Бер хеҙмәткәр илле һыйырҙы 4 сәғәт эсендә һауып ала. Быға һауын аппараты һәм һөтүткәргес ярҙам итә. Бөтә үҙгәрештәр ҙә «500 һөт ферма»һы программаһы менән бәйле.  «500 һөт ферма»һы программаһы сиктәрендә Иглиндағы «Мәсәғүт» хужалығы күп үҙгәрештәр кисергән. Ике йыл элек иҫке ферма бинаһы төҙөкләндерелә, хәҙер бында заманса йыһазландырылған һауын залы, шулай уҡ юл аша тағы ла ошондай уҡ яңы бина төҙөлә. Объект тапшырылғас, предприятие етәкселеге һауын мал һанын 400 еткерергә иҫәп тота.
Хужалыҡ етәксеһе Альберт Мәсәғүтов программаға ҡушылыу сиктәрендә алған тәжрибәһен коллегалары менән уртаҡлашты. Семинарҙа республиканың 11 районы ауыл хужалығы бүлеге етәкселәре, «500 ферма» программаһына ҡушылыусылар һәм уға инергә теләүселәр, ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре ҡатнашты. Һуңғылар билдәләүенсә, программа сиктәрендә хужалыҡтарҙағы үҙгәрештәр комплекслы булырға тейеш.
Быйыл программаға байтаҡ үҙгәрештәр ҙә индерелә. Күп йүнәлештәр буйынса субсидиялар күләме арта, мәҫәлән техника алыуға бәйле сығымдарҙың 40, ә яһалма аталандырыу пункттарын булдырыу сығымдарының 90 проценты кире ҡайтарыла. Шулай уҡ хәҙер хужалыҡтар ғилми ярҙам өсөн субсидияға дәғүә итә ала, ул айына 25 мең һум тәшкил итеүе мөмкин. Йәғни, мәҫәлән, юғары квалификациялы белгес саҡырып, уға яҡшы эш хаҡы тәҡдим итергә лә форсат бар.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика