Иглин районында мал һуйыу цехы асылды 17.04.2017

Кәлтә ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығында урынлашҡан цех дәүләт стандарттарына яраҡлаштырылған заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Итте түшкәләргә  бүлеп һыуытҡысҡа оҙатҡанға тиклемге эш процессы  айырым тәртипкә һалынған. Цех хеҙмәте менән Иглин районы һәм уға яҡын төбәктә йәшәүселәр файҙалана ала.  

Иглин районындағы  ауыл хужалығы предприятиеларының береһендә яңы һауын аппараты сафҡа индерелде. Техника бер юлы 24 һыйырҙы һауыу мөмкинлеге бирә. Ҡоролма  малсыларҙың эшен еңеләйтер һәм һауынды арттырыр, һөттөң сифаты ла яҡшырыр  тип көтөлә.    
Азат Бәхтиев, Иглин районы хакимиәтенең  ауыл хужалығы идаралығы баш зоотехнигы: «Район хужалыҡтарында 4 меңдән ашыу  һыйыр аҫрала. Бында һәр һыйыр тәүлегенә 18 килограмм тирәһе һөт бирә. Һөтсөлөктө һәм ит етештереүҙе арттырыу маҡсатында һуңғы йылдарҙа тоҡомло малдар үрсетелә. Яңыраҡ хужалыҡ тарҙың береһенә «Лимузин» тоҡомло илле башмаҡ һатып алынған».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика