Иглин районында Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты белгестәре сираттағы кәңәшмәгә йыйылды

Иглин районында Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты белгестәре сираттағы кәңәшмәгә йыйылды 05.03.2016

Күсмә семинарҙы был юлы Иглин районының «Агротех» хужалығы ҡабул итте. Төбәктең алдынғы хужалыҡтарының береһе тәүгеләрҙән булып «500 ферма» программаһына ҡушылған предприятие.

Хужалыҡ Финляндиянан бынан ике йыл элек килтергән тоҡомло һыйыр малдарын аҫрау тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Предприятие күптән түгел Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты менән берлектә малды туҡландырыуҙа ҡулланылған яңы алымды файҙалана башланы.
Был алым республика предприятиеларында былтырҙан файҙаланыла. Иглиндән тыш, Нуриман, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Өфө районы хужалыҡтары ҡулланған был технология менән һауым күләмен арттырҙы. Әлеге ваҡытта «Агротех» предприятеһы тәүлегенә 4 ярым тонна һөт һауып ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика