Иглин районында ауыл хужалығы буйынса ғилми-ғәмәли семинар үтте

Иглин районында ауыл хужалығы буйынса ғилми-ғәмәли семинар үтте 05.02.2016

Төбәктә «500 ферма» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Кәңәшмәлә ауыл хужалығы эшсәндәре алдына яңы бурыстар ҡуйылды. Белгестәр тәжрибә менән уртаҡлашты.  

Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу  ярҙамында яҡшы тоҡомло мал үрсетергә,  һауымды  арттырырға мөмкин. Был ысул ярҙамында эре быҙауҙар тыуа, улар юғары продукция бирә. Бынан тыш, яһалма ҡасырыу бруцеллез, лейкоз, трихомоноз кеүек  һыйырҙы түлһеҙлеккә илтеүсе  йоғошло сирҙәрҙән һаҡлай. Малсылыҡтағы ошо һәм башҡа мәсьәләләр Иглин районындағы кәңәшмәлә  тикшерелде.  
Белгестәр үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.Тоҡомло малды ҡарауҙың  үҙенсәлектәренә килгәндә, уларҙы дөрөҫ ашатыу  мөһим, тип билдәләнде
Иглин районы хужалыҡтарында 11 меңдән ашыу эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә. «500 ферма» программаһында  8 хужалыҡ ҡатнаша, 12 фермала  төҙөкләндереү үткәрелгән. Тиҙҙән бер хужалыҡта   колбаса цехы  сафҡа инә.
Вил Хафизов, Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Һуңғы йылдарҙа беҙҙең районда малсылыҡ тармағы үҫешә. Маҡсат- һауымды бер һыйырҙан йылына  5 мең килограммға тиклем еткереү. Әгәр күрһәткес 3 меңдән дә кәмеһә, эш  рентабелле булмаясаҡ».
Төбәк хужалыҡтарының береһендә яңы ферма төҙөлә башлаған, унда һыйырҙарҙы  һауыу  роботтар ярҙамында башҡарыласаҡ. Был  яңылыҡты малҡайҙар нисек ҡабул итере билдәһеҙ. Ә бына программа буйынса ул һөт етештереүҙе арттырыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку