Иглин районы һабантуйында ла ялан батырҙары тәбрикләнде

Иглин районы һабантуйында ла ялан батырҙары тәбрикләнде 13.06.2017

Төп приз – «Лада» автомобиле асҡысы Ҡалтыман ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы Валерий Силантьевҡа тапшырылды.

Ҡиммәтле автомобиль механизатор өсөн лайыҡлы бүләк. 2016 йылғы һөҙөмтәләр буйынса Валерий Силантьев ашлыҡ һуғыуҙа республика комбайнерҙары конкурсында өсөнсө урын яулай. Ул гектарынан 35 центнер уңыш алыуға ирешә. Бынан тыш, тағы ла бер-нисә хеҙмәт алдынғыһына маҡтаулы исемдәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.  Ауыл хужалығы етештереүселәре хеҙмәтен Дәүләт думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина ла юғары баһаланы.
Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Думаһы депутаты: «Күп милләтле Иглин районы үҙенә күрә республика ауыл хужалығы структураһының бәләкәй генә мини моделе булып тора. Районда умартасылар, мал үрсетеүселәр, иген үҫтереүселәр, шулай уҡ Иглин районынының данлыҡлы һуғанын үҫтереүселәр бар. Район ауыл хужалығы эштәрен бик әүҙем алып бара. Бына шундай эшсән райондар менән беҙҙең республикабыҙ данлыҡлы ла инде».
башҡорт тирмәһе һабантуй майҙанының төп биҙәге булып торҙо. Тирмә тирәләй ойошторолған милли майҙансыҡтарҙа тормош-көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙы үҙешмәкәр коллективтар, район хужалыҡтары етәкселәре ҡаршы алды. "Мостафин" крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Альберт Мостафин да быйыл заманса технологиялар ҡулланып бер түңәрәктән 50 центнер уңыш алырға ниәтләй. Һәм был уның уйынса сик түгел.
Альберт Мостафин, «Мостафин» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Мин ауыл хужалығы менән 2006 йылдан шөғөлләнә башланым. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә үҙебеҙҙе ҙур предприятие тип иҫәпләй алабыҙ. Сөнки беҙҙең ҡарамаҡта 1500 гектар ер. Быйылғы йылды еренә еткереп, ваҡытында сәсеп бөттөк. Беҙҙең сәсеүлектәр лайыҡлы үҫтеләр һәм үҫәсәктәр. 50 центнерҙан да кәм уражай алырға йыйынмайбыҙ. 30-40 центнер беҙҙең өсөн кисәге көн. Бының өсөн бөтә агротехник шарттар үтәлде һәм беҙ маҡсатҡа дөрөҫ барабыҙ».
Ҡояшлы һауа торошо байрамға үҙе бер бүләк булды. Ҡунаҡтар төрлө мәҙәни, спорт ярыштарында күңел асты. Халыҡ һәр ваҡыттағыса көрәш,  ат сабышын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Үҙешмәкәр ижад һөйөүселәр ике сәхнәлә сығыш яһаны.
Нәзирә Шәрәфетдинова, Ҡырмыҫҡалы ауылы мәҙәниәт йорто мөдире: «Һабан туйына бына Иглин районына килдек. Бик күңелле бында. Барыбыҙға ла оҡшай. Йыл да ошо байрамды көтөп алабыҙ. Үҙебеҙҙең «Хәтирә» фольклор ансамбле бар. «Иҙел буйында» тигән йоланы күрһәтәбеҙ».  
Иглин районы эшсәндәре әле лә ҡыҙыу эш өҫтөндә. Төбәктә мал аҙығын әҙерләү компанияһы яҡынлаша. Аграрийҙар өсөн иң мөһиме быйыл да яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп киләһе һабантуйҙы яҡшы кәйеф менән ҡаршы алыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика