«Иглин балы, иглин һуғаны!» 29.08.2016

Ошо исем аҫтында Өфөнөң Орджоникидзе  һарайы алдында Иглин районы йәрминкә ойошторҙо. Төбәк эшҡыуарҙары, шәхси хужалыҡтар етештергән тауарын ҡулаҡсаға  әйләндерҙе, ә баш ҡалала йәшәүселәр сифатлы тауар  алып ҡыуанды. Балдың  килограммы  дүрт йөҙҙән ете йөҙ һумға тиклем торһа, Иглин һуғаны егерме һумдан ине.

Үлгән бал ҡорто ла белеп ҡулланғанда кеше сәләмәтлегенә ҙур файҙа килтерә ала. Шәүәлиевтар йәрминкәгә  умарта  продукцияһының төрлөһөн килтергән. Иретеп формаға һалған балауыҙ,  төнәтмәләр һәм башҡаһын һатып алырға була.  
Быйыл уңыш ике тапҡырға әҙерәк, ти Шәүәлиевтар. Йыл һайын 4 тонна алырға күнеккән тәжрибәле умартасылар быйыл ике тапҡырға кәмерәк бал айыртҡан. Йәрминкәгә ике йөҙ килограмм алып килгәндәр. Быйыл ағастарға ҡорт төшөүе һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында йүкә балы юҡ, тиерлек кимәлдә.
Хәлитовтар ғаиләһе иһә уңышҡа зарланмай, 160 баш күс тоталар. Быйыл йәй умарталыҡ менән төрлө райондарға күсеп йөрөгәндәр.   Башҡорт балы данын улар сит ерҙә лә таныта. Бөтә Рәсәй буйынса уҙғарылған күргәҙмәләрҙә ҡатнашалар. Иглин балының сифаты юғары баһаланған һәм төрлө миҙалдар менән билдәләнгән.
Донъялағы  бер ҡасан да боҙолмай торған берҙән-бер ризыҡҡа хаҡ быйыл бер аҙ күтәрелгән. Килограммы  дүрт йөҙҙән ете йөҙ һумға тиклем. Иглин балының тәмен белгәндәр һатыулашып тормай.  
Тағы бер бренд - Иглин һуғанын һатҡан  ерҙә лә  лә  сират йыйылды. Йәшелсә  күҙ асып йомғансы һатылып бөтә,  йылы яҡтан килтерелгән һуған кеүек тиҙ боҙолоп бармағанға, уға өҫтөнлөк юғары. Эшҡыуарҙар билдәләүенсә, уны  тәрбиәләүҙә яңы технологиялар ҙа ҡулланыла, ә иң мөһиме,  Иглин тупрағының химик составы  мул уңыш алыуға  булышлыҡ итә. Шулай ҙа ҡоролоҡ эҙһеҙ үтмәне ти, йүнселдәр.
Һуғандың килограмы егерме һум, сортына ҡарап егерме биш, утыҙ һум, ә орлоҡҡа тигәне йөҙ һум тора.
Ринат Мифтахов, һатып алыусы: «Иглин районы баш ҡалала йәрминкәне алтынсы тапҡыр ойошторҙо. Бында  килограмын егерме һумдан картуф, кәбеҫтә, кишер, йәшелсә  һәм башҡа  ауыл хужалығы тауарҙары һатып алырға мөмкин ине».  
Шәхси хужалыҡтар, эшҡыуарҙар өсөн үҙ еребеҙҙә үҫкән сифатлы продукцияны кибет кәштәләренә сығарыу ҡатмарлы мәсьәлә булһа, тап ошондай йәрминкә етештереүсе өсөн дә һатып алыусы өсөн дә ҡулай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика