Игеҙәк егеттәр тыуған Хәйбулла районында йылҡысылыҡ тармағын үҫтерергә ниәтләй

Игеҙәк егеттәр тыуған Хәйбулла районында йылҡысылыҡ тармағын үҫтерергә ниәтләй 24.06.2015

Илшат менән Иршат Үлйәбаевтар ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү килемле тип һанай. Дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелә, тимәк, тырышып эшләргә генә кәрәк, ти улар.

Игеҙәктәр Илшат менән Иршат Үлйәбаевтар 2007 йылдан алып малсылыҡ, ер эше менән шөғөлләнә. Былтыр  улар Хәйбулла районында йылҡысылыҡ тармағын үҫтереүгә тотона. Дәүләттән дүрт миллион һум күләмендә грант алыу - маҡсатты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү, ҡымыҙ продукцияһын етештереү әлегә ыңғай бара, ти улар.
Хужалыҡтың төп йүнәлеше - ҡымыҙ етештереүҙә. Бейә һөтө тамсылап йыйыла, көнөнә 130 литр һауыла. Ҡымыҙ бешеүселәр эшкә яуаплы ҡарай. Бигерәк тә, улар тиҙҙән бындағы эш процессы заманса йыһазландырылыуына ла ҡыуана.
Үлйәбаевтарҙың хужалығы тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ә дала ҡымыҙының тәме икенсерәк була, ти хужалыҡ етәкселеге. Шифалы эсемлекте тирә-яҡтағы халыҡ теләп һатып ала. Бынан тыш, игеҙәктәр тиҫтәгә яҡын яңы эш урыны булдырған.
Ат йәнле Үлйәбаевтарҙың киләсәккә пландары ҙур.  Йылҡылар һанын арттырыу һәм тотош районды ҡымыҙ менән тәьмин итеү теләге менән яна игеҙәктәр. Әлегә уларҙың иңендә ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү бурысы тора.  
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку