Иҡтисади яҡтан тотороҡло ғаилә бизнесы

Иҡтисади яҡтан тотороҡло ғаилә бизнесы 22.04.2015

Учалы районының Рысай ауылында йәшәүсе Хисмәтуллиндар ауыл хужалығының бар йүнәлешендә лә - ул йәшелсәлек, ҡошсолоҡ, сусҡасылыҡтан, тоҡомло мал аҫрауға күсеп, бөгөн табыштарын барлай. Хужалыҡты үҫтереүгә республиканың маҡсатлы программаһында ҡатнашыу ҙа булышлыҡ иткән.

Ҡыңғырау тағылғаны Пантера, шулай уҡ Барби, Иркә, Чаппи тигәндәре лә бар. Хужалыҡта эре баш мал һаны 180-гә етә. Һәр ҡайһыһы үҙ исеме генә түгел, һауын ваҡытына тиклем өйрәнеп бөткән
Крәҫтиән-фермер хужалығын Хисмәтуллиндар ғаиләһе етәкләй. Мирхәт Талха улы - етәксе,  тормош иптәше -  етештереү буйынса мөдир булһа, ә инде улы менән килене етештерелгән продукцияны һатыу менән шөғөлләнә. Бәләкәй Илназ әлегә ғаилә эшҡыуарлығы нескәлектәренең күҙәтеүсеһе генә. Теләгән кешегә эш етерлек, һаулыҡ менән тырышлыҡ ҡына булһын, ти ғаилә башлығы.
Йүнселдәр республика программаһында ҡатнашып, яңы ферма төҙөүгә ирешә. Заманса технологиялар менән дә эш итә. Шул иҫәптән, миксер-мал аҙығы таратҡыс һатып ала. Был ҡоролма ярҙамында хәҙер, бер хеҙмәткәр ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яңғыҙы, ике йөҙләп баш малға аҙыҡ өләшә. Шулай уҡ, улар һөт пастеризациялау аппараты менән йорт тирмәнен һатып алыуға ла өлгәшкән.
Республика программаһы сиктәрендә һатып алынған был икенсе ҡоролма. Заманса технология иген культураһын юғары баҫым аша үткәреп ҡатнаш аҙыҡ эшләп сығарыуы менән үҙенсәлекле. Ауыл эшсәндәре был аҙыҡты "бешкән икмәк" тип йөрөтә. Ул иҡтисади яҡтан отошло - малдың һөт кимәлен арттырып ҡына ҡалмай, һимертеүҙә лә булышлыҡ итә.
Технология үҙен аҡлай. Бигерәк тә, көҙҙән еүешләнгән иген культураһынан, ярайһы уҡ табыш сығарып була. Мал өсөн уның бер зыяны ла юҡ, ти улар.
Хужалыҡ башлыса һөт етештереү менән мәшғүл. Ул да булһа аграр хужалыҡта иң килемлеһе һанала. Тағы бер ҙур табыш ул - ике миллион һумлыҡ грантҡа алынған һөт һыуытыу машинаһы. Йүнселдәр көн дә 400 литрлап аҡты эргә-тирәләге ауылдарға, ҡалаға оҙата.
Әйткәндәй, быйыл Рәсәй ауыл хужалығын үҫтереү өсөн өҫтәмә 650 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Дәүләт ярҙамы илдә аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырырға, импортты алмаштырырға булышлыҡ итер тип көтөлә. Был турала Өфөгә эш сәфәре барышында Рәсәйҙең ауыл хужағы министры Николай Федоров та белдергәйне. Тимәк, республика ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен тағы ла йәнләндерергә мөмкинлек асыласаҡ.  
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку