«Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡта малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр отолмаҫ»,- тигән ҡарашта Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында йәшәүсе фермер 25.03.2016

Төбәктә ауыл хужалығын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған Булат Әптеков ике йыл элек дәүләттән өс йөҙ мең һумлыҡ ярҙам алып, шәхси крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштора.

Гөлнара Латипованың ҡулдары ауыл эшенә өйрәнеп бөткән. Иртә таңдан тороп, ул малҡайҙары янына сыға. Һәр ҡайһыһына наҙлап ҡына өндәшә, һауғанда ҡайһы саҡ көйләп тә ебәрә. «Юғиһә, һыйырҙар тиҫкәреләнә башлай. Һыуыҡ көндәрҙә һауым күләме былай ҙа түбән бит», - ти ханым.
Ауыл ерендә малсылыҡ менән шөғөлләнеү ярайһы ғына килем дә килтерә. Ике йыл элек Гөлнара Латипованың тормош иптәше лә Быҙаулыҡ ауылында крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороп отолмай. Тырыш ғаилә башта был эшкә тотонғанда мал аҙығын әҙерләүҙә ҡыйынлыҡтар кисерә, әммә табышлы маҡсаттан тайпылмайҙар.
Ауылда етештерелгән продукция үтемле, ихтыяж да ҙур. Ғаилә һөттө көн һайын урындағы ҡабул итеү пунктттарына тапшыра, иң мөһиме - өҫтәлдәре  ҡаймаҡ-ҡороттан өҙөлмәй. Эшләгән һайын маҡсат та арта. Булдыҡлы фермер киләсәктә тоҡомло мал үрсетә башлау теләге менән яна.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика