Иң төҙөк үҙйөрөшлө техника хужаһына бүләк

Иң төҙөк үҙйөрөшлө техника хужаһына бүләк 23.10.2017

Әбйәлил районында шәхси транспорт хужалары конкурста ҡатнашты.  Төп талаптар - трактор-беларустарҙың документтары теүәл булырға,  техник торошо ла һорауҙар тыуҙырмаҫҡа тейеш. Был конкурс тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәүҙе лә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен  үтәүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.  

Ауыл тормошон   техникаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, бесәнен сабам, йыям, ташыйым тиһәң дә, ағас эшенә лә  трактор кәрәк. Элек үҙйөрөшлө техника тик колхоз, совхоздарҙа ғына булһа, хәҙер  һәр бер хужаның тиерлек үҙ транспорты бар. Ул ғына түгел арбаһы ла, тырмаһы ла, тейәгесе лә. Алтын ҡуллы оҫталар кәрәк-яраҡты үҙҙәре лә эшләп ала. Мәҫәлән,  Айбулат Зәйнуллин  хужалыҡ эштәре өсөн  ыҡсым ғына трактор  йыйып ҡуйған. Хәҙер баҡса һөрөргә йәки  утын ташырға транспорт эҙләргә кәрәкмәй.  Быйыл ул конкурста ла ҡатнашҡан.

Әммә үҙйөрөшлө техниканың   файҙаһы ғына түгел, зыяны ла бар. Төҙөк булмаған транспорт сараһы тирә-яҡ мөхитте бысрата, икенсенән тир-йүндәгеләргә лә хәүеф менән янай, йәғни юл фажиғәһе килеп сығыуы бар.  Шуға күрә Әбйәлил районы үҙйөрөшлө техника хужалары араһында конкурс  ойошторорға хәл итә лә инде.  

Тәүге йылда конкурста райондың  13 ауыл биләмәһе ҡатнашһа, быйыл үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр күп. Сөнки бер яҡтан техника ла тәртипкә килтерелә, икенсенән  ярышта еңеп бүләк алыу мөмкинлеге лә бар. Транспорт хужалары хәүефһеҙлек мәсьәләһенең мөһимлеген дә яҡшы аңлай.  

"Үҙйөрөшлө техника"  аҙналығы ойоштороу районда теркәлгән техника иҫәбен арттырырға ла булышлыҡ иткән. Төбәктәге транспорт сараларының техник торошо ла күпкә яҡшырған.  Ә алтын ҡуллы оҫталар, йәки замана кулибиндары өсөн был сара тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңдең ижад емешеңде күрһәтеп  алыу мөмкинлеге лә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку