Иң мәргән һунарсыға - айыу аулауға йүнәлтмә

Иң мәргән һунарсыға - айыу аулауға йүнәлтмә 25.01.2018

Республиканың һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы бүре атыу буйынса конкурс иғлан итте. Һоро йыртҡыстар йорт малдарына ташланып, халыҡҡа зыян килтерә. Шуға ла ҡырағай хайуандың иҫәбен көйләү мөһим.  Был эшкә республиканың барлыҡ һунарсылары ла йәлеп ителә. Төбәк йәмәғәт ойошмаһында бүреләр популяцияһын көйләргә ярҙам итеүселәрҙе дәртләндереү йолаһын тергеҙергә ниәтләйҙәр. Бүләккә урман йәнлектәрен аулауға лицензиялар ҡаралған.  

Бүрегә һунар итеү еңел эш түгел. Һунарсылар әйтеүенсә, ул  көнөнә  80-дән 120 саҡрымғаса юл үтә. Шуға  ла йыртҡыстарҙы саңғы менән генә аулау мөмкин түгел, ҡаргиҙәрҙәр талап ителә. Конкурс һунар сығымдарын аҡлау өсөн иғлан ителгән дә инде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку