Гектарынан 80 центнер ужым бойҙайы

Гектарынан 80 центнер ужым бойҙайы 04.09.2017

Саҡмағош районының «Базы» хужалығы быйыл ғүмерҙә булмаған мул уңыш йыя. Рекордсмен ер хужаларының ҡаҙаныштары менән Республика  Башлығы ла танышты. Базылар  заманса агротехнологик алымдарға нигеҙләнеп эшләй,  быйылғы уңыш  ошо эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе. Ә беҙ көслө хужалыҡтарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер, тине Рөстәм Хәмитов.

Ҡояш нурында  гәрәбәләй балҡып ҡойолған бойҙай бөртөктәренә ҡарап күҙ ҡыуана. Быйыл Ер-әсә базыларҙы мул уңыш менән һөйөндөргән.  Ужым бойҙайы гектарынан уртаса 52 центнерҙан ашыу, урыны менән хатта 80-дән артып китә.    
Базы майҙандарында йыл һайын ауыл хужалығы культураларының  яңы сорттары һынау үтә, яраҡлашып, мул уңыш биргәндәре даими ҡулланыла башлай.  Ә был баҫыуҙарҙа һуңғы ике йылда «Скипетер» сорты  сәселгән.  Хужалар фекеренсә, күрһәткестәрҙе тағы яҡшыртыу мөмкинлеге лә бар.
Әле хужалыҡта 4 мең 200 гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Республика Башлығы ҡулланылған технологиялар, эш шарттары, һаҡлау мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Вадим Соколов әйтеүенсә, техника паркы даими яңыртыла,  предприятиела игенде һаҡлау өсөн 25 мең тоннаға иҫәпләнгән һаҡлау пункты,  бригадаларҙа 75 мең тонналыҡ келәттәр бар. Һуңғы өс йылда  өс иген киптереү объекттары төҙөлгән. Сөнки әле үк уңышты һатыу отошһоҙ, хаҡтар бик түбән, үҙҡиммәтенән, йәғни тотонолған сығымдарҙан әҙ генә юғары.  Шуға хаҡ күтәреләгәнен көтөү талап ителә.
Ер хужалары әйтеүенсә, мул уңыштың сере бар технологияларҙы теүәл үтәүҙә. Яҙҙан көҙгә тиклем генә түгел, был йылдар дауамныдағы эҙмә-эҙлекле эшмәкрлек һөҙөмтәһе. Тупраҡты  тәрнә эшкәртеү, ошо ерлеккә тура килгән орлоҡ сәсеү,  ваҡытында минераль ашламалар менән туҡландырыу, ураҡ компанияһын юғалтыуһыҙ үткәреү. Былар барыһы ла мөһим   әһәмиәткә эйә.
Үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн баҫыуҙарҙа заманса  техника эшләй. «Ростсельмаш» комбайндарына ауырыраҡ, тос башаҡтар тығылып бара, һалам өйөмдәрен ураған һайын бушатырға крәк. Ә бына «Акрос»тар, «Тором»дар һабаҡтарҙы ваҡ итеп турап  таратып бара, ул баҫыуҙарға ашлама рәүешендә ҡулланыла.  Механизаторҙар эш шарттары менән ҡәнәғәт, мул уңышты сабыуы ла күңелле, эш тә ырай.
Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Базы республиканың иң көслө хужалыҡтарының береһе. Ә мул уңыш  фиҙәҡәр хеҙмәт, тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Башҡалар ҙа  ошондай күрһәткестәргә ынтылырға тейеш. Беҙә ләе ужым культураларының майҙандарын киңәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ, был тәңгәлдә беҙҙең мөмкинлектәр тулыһынса файҙаланылмай, тине Республика башлығы.
Базы ла үҫемлекселек менән бер рәттән һөтсөлөк тармағы ла ныҡ үҫешкән. Эре мал башы  6 меңгә яҡын, быйыл уларға икеләтә нормала аҙыҡ әҙерләнгән.   Предприятие социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә етди иғтибар бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку