Гектарынан 200 центнер кукуруз

Гектарынан 200 центнер кукуруз 11.09.2017

Шишмә районы эшсәндәре юғары уңыш алып һөйөнә. Төбәктең "Башкирагроинвест" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта силос әҙерләү менән мәшғүл. Бер аҙна эсендә 170 гектар майҙандан 3 мең тонна кукуруз йыйып алынған. Уңыштың былтырғыға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк булыуына нимә сәбәпсе булған?

Был баҫыуҙа тағы ла өс-дүрт сәғәт эшләргә һәм икенсеһенә күсергә. Альберт Мәжитов яратҡан эшенә таңдан килеп ҡараңғы төнгәсә эшләргә әҙер. Быйылғы уңыштың мул булыуы, эшкә бары дәрт һәм ҡомар өҫтәй, ти ул.
«Башкирагноинвест» йәмғиәтенең районда 19 мең гектарҙан ашыу майҙаны бар. Хеҙмәткәрҙәр 580 гектарынан йыйып алынған уңышты силосҡа һалырға иҫәп тота. Комбайн, машиналар тауышы тынмай, һауа шарттары яҡшы торғанда хужалыҡта уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу маҡсаты ҡуйылған.
Планға ярашлы, хужалыҡтың өс баҫыуынан 5 мең тонна силос әҙерләү талап ителгән. Йылдың ямғырлы килеүе кукуруздың уңышын былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк алыу мөмкинлеген бирә. һөҙөмтәлә хужалыҡтың бер баҫыуынан ғына 3 мең тонна силос һалына.
Хужалыҡ етәкселәре уңыштың мул булыуына ерҙе алдан сифатлы итеп эшкәртеп ҡуйыу ҙа булышлыҡ итте, тигән фекерҙә. Йылылыҡ яратҡан культура сәсеүлеген тәрбиәләүгә төбәктә етди иғтибар бүленгән.
Йәмғиәттең төбәктә 600-ҙән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Механизаторҙар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләү өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләй. Уны бер-ике йылға етерлек итеп туплар өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәйбеҙ, ти агроном.
Шишмә районында кукуруздың 600 гектарға яҡыны силосҡа һалынһа, 120-һе быҙауҙарға  мал аҙығы булараҡ әҙерләнә. Малсылыҡта юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү йәһәтенән был культураның әһәмиәте ҙур, ти хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре.
Әлеге ваҡытта йәмғиәт баҫыуҙарында бер үк ваҡытта шәкәр сөгөлдөрө йыйып алына. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, эш бер-ике айға һуҙыласаҡ. Бынан тыш, хужалыҡтың ҡалған майҙандарында бөртөклө культураны тамамлау бурысы тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика