Фермерҙарға - йәшел юл 27.09.2016

Ауыл хужалығын үҫтереүгә ярҙам артырға тейеш. Был хаҡта стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар хаҡындағы ултырыш барышында Президент Владимир Путин белдерҙе. Ил башлығы шулай уҡ ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтеүсе төбәктәрҙе лә атаны һәм уларҙың эш тәжрибәһенә таянып хеҙмәтте ойошторорға саҡырҙы. Республикала «Йәш фермер» программаһы уңышлы эшләй. Күп кенә йүнселдәр грант алған.

Ғафури районынан йәш фермер Рөстәм Йомағолов  2014 йылда миллион ярымлыҡ грантҡа эйә булған. Бындай бесән преслаусы техника -үҙ эшен башлаусы һәр фермерҙың хыялы. МТЗ-82 тракторы ла грант аҡсаһына алынған. Грант ярҙамында йәш фермер хужалығын ике тапҡырға арттырған.
Уның хужалығында башлыса симменталь тоҡомло һыйыр малдары.  Уларҙы фермер осраҡлы һайламаған. Ит һәм һөт йүнәлеше өсөн был тоҡом бик ҡулай. Ит һәм һөт продукцияһын һатыуға сығарыуҙа ла проблемалар юҡ. Хаҡтар супермаркеттағынан юғары түгел, сифаты күпкә яҡшыраҡ. Йәй ҡышҡылыҡҡы етәрлек меңдән ашыу бесән төрөлгән. Ул ике йөҙ көнгә етә. Ике улы ла ҡул араһына инеп килә, атаһынан бер тотам ҡалмай, ер эшен өйрәнеп үҫә.
Фермерлыҡта тәүге аҙымдарҙы башлау еңелдән булмаһа ла, грантҡа эйә булыу матди-техник базаны нығытырға булышлыҡ иткән. Булдыҡлы замандашыбыҙҙың ниәте бер. Бәләкәй ферманы киләсәктә ҙур хужалыҡҡа- ғаилә фермаһына әйләндереү.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика