Федоровка районының «Гавриловка» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «500 ферма» республика маҡсатлы программаһына ҡушылырға уйлай

Федоровка районының «Гавриловка» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «500 ферма» республика маҡсатлы программаһына ҡушылырға уйлай 30.09.2016

Программаның төп маҡсаты - фермаларҙа мал аҫрау өсөн тейешле шарттар булдырыу. Ете йөҙҙән ашыу ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы иҫәпләнгән хужалыҡ, киләсәктә малдарҙың һанын арттырыу маҡсатында.

Эльвира  Ҡотлобулатова һөнәрен яратып башҡара. Уңған хеҙмәткәр бер нисә йыл хужалыҡта һауым буйынса алдынғылар рәтендә. Тәжрибәле һауынсы һыйырҙарына «Ҡояшҡай», «Иркә», «Сейәкәй» кеүек матур яңғырашлы исемдәр менән генә өндәшә. Ҡара-сыбар һыйырҙар иркә, шуға ла үҙҙәренә ҡарата яҡшы мөнәсәбәтте яраталар, ти ул.
«Гавриловка» хужалығында йәмғеһе ҡара-сыбар тоҡомло 700 баш һыйыр  иҫәпләнә. Шуларҙың өс йөҙ башы һауым һыйырҙар. Уларҙан көнөнә ун биш литрҙан ашыу һөт һауып алына. Яҙлы-көҙлө һыйырҙар йәйләүҙә көтөлә. Хужалыҡта малдарҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе юҡ. Сөнки йәйләүҙән ике йөҙ метр алыҫлыҡта ғына махсус быуа булдырылған.
Хужалыҡтың өс меңдән ашыу гектар һөрөнтө ере бар. Әле  940 гектар майҙанға ҡышҡылыҡҡа арыш, бойҙай сәселгән. Быйылғы ҡоролоҡта ла малдарға бесән, сенаж етәрлек кимәлдә әҙерләнгән. Ике аҙнанан хужалыҡ йәйләүҙәрҙән ҡышҡы фермаларға күсәсәк.
Киләсәктә хужалыҡ ферманы ҙурайтып, мал башын  арттырырға ниәтләй. Ә был ауыл халҡын, күрше-тирә яҡ ауылдарҙа йәшәүселәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика