Федоровка районында 2016 йыл йомғаҡтары барланды 31.01.2017

Халыҡ хужалығының барлыҡ өлкәһендә егелеп эшләүселәрҙе тәбрикләү район мәҙәниәт һарайында үтте. Ауыл хужалығы районы булараҡ билдәлелек алған Федоровка ерендә хеҙмәт кешеһенә тейешле хөрмәт һәм ихтирам күрһәтелә.

Федоровка районы Бөтә илгә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл  хужалығы хеҙмәткәре, данлыҡлы агроном Линир Сәлишев исеме  менән билдәле.Бөгөн ауыл хужалығы өлкәһендә егелеп эшләүселәр абруйлы яҡташтары кеүек уңышлы эшләргә ынтыла. Районда 17 ауыл хужалығы предприятиеһы,136 крәҫтиән-фермер һәм 7 мең шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Фрунзе исемендәге хужалыҡ беренсе урынды яулаған.

Фрунзе исемендәге хужалыҡтың сәсеүлектәре  4700 гектар майҙанды биләй. Симменталь тоҡомло 1500 баш мал иҫәпләнә. Һөт күпләп етештерелеп, Мәләүез һөт-консерва комбинатына һатыла. Улар малсылар менән үҙ ваҡытында иҫәпләшеп тора. Бынан тыш, үҫемселектән бөртөклө күльтуралар, ярауай бойҙай, ужым мөһим урын алып тора.  Кукуруз үҫтереүҙә лә хужалыҡ алдынғылыҡты биләй. Гектарынан 42 центнер таҙа уңыш алыуға өлгәшелгән.Киләһе яҙ сәсеүҙе лә  үҙ көстәренә таянып үткәрергә иҫәптәре. Көнбағыш һәм бойҙай һатып,сәсеүгә минераль ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау материалдары һатып аларға ниәтләйҙәр. Үткән быуаттың 30 йылдарынан эшләүсе колхоз 2001 йылда ауыл хужалығы кооперативы булараҡ теркәлә, фермаларҙа реконструкция үткәрелә. Хужалыҡтағы  103 хеҙмәткәрҙең 30 малсылыҡта эшләй.

Эре мөгөҙлө малдарҙың тере ауырлығы 157,1 центнер тәшкил итә.
Малдарҙы һимертеүҙә ҡулланыла торған телескопик тейәү ҡорамалы, үҙ йөрөшлө һиптергес кредитҡа алынған.Ошоға тиклем хужалыҡ дәүләт ярҙамы алмаған. Мал һарайҙары ветеринар талаптарға яуап бирә. Яңы тыуған быҙауҙарға айырым иғтибар һәм тәрбиә . Мал ҡараусылар үҙ эшен яуаплы башҡара.

Яңы тыуған быҙауҙарҙың һәр береһе иҫәптә. Семминталь тоҡомло бәләкәй быҫауҙарға тейешле прививкалар үҙ ваҡытында яһала. Районда алдынғылар иҫәбендә барыусы Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы кооперативы һауымды арттырып тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләргә ынтыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика