Федоровка районы сағыштырмаса йылы булһа ла, ҡырыҫ климатлы төбәктәрҙең береһе 09.06.2015

Шулай булһа ла, яландар ваҡытында сәселгән, малдар йәйләүгә сыҡҡан. Тимәк, һабантуй йыйыр уңыштары ла бар Федоровкаларҙың.  

Районда сәнәғәт предприятиелары, эшкәртеү тармағы юҡ тиерлек. Урындағы халыҡтың төп шөғөлө ул ауыл хужалығы. Әйтәйек, районда 770 миллион һумлыҡ тулайым продукт етештерелгән икән, уның 500 миллион һумы ауыл эшсәндәренең тырыш хеҙмәт емеше. Көндәр ямғырлы торһа ла, 52 мең гектарҙа иген һәм башҡа культуралар үҫә. Федоровка районы хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов «Азат», «Фрунзе», «Нива» һәм «Искра» хужалыҡтарын айырыуса маҡтап телгә алды. Һабантуйҙы ауыл эшсәндәре көтөп алды. Байрамда халыҡ атҡарылған эштәрҙе барлап күңел асты, артабанғы хеҙмәткә көс-хәл алды. Һабантуй менән бергә райондың 80 йыллыҡ юбилейы ла билдәләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика