Өфөнөң Салауат Юлаев майҙаны оло бер хужалыҡҡа әйләнде

Өфөнөң Салауат Юлаев майҙаны оло бер хужалыҡҡа әйләнде 26.08.2017

Бер мөйөштә  һыйырҙар мөңрәй, икенсеһендә ҡаймаҡ айырталар, өсөнсөһөндә сыр  әҙерләү нескәлектәре менән танышырға мөмкин.  Ҡошсолоҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн дә файҙалы майҙансыҡтар эшләй. Етенсе тапҡыр ойошторолған «Һөт иле» фестиваленең программаһы йылдан-йыл байый, географияһы киңәйә бара. Быйыл сарала ике тиҫтәнән ашыу һөт продукцияһы етештереү предприятиеһы, йәнә шул самаға яҡын фермер хужалығы үҙ ризыҡтарын тәҡдим итә. Фестивалдә Республика Башлығы ла ҡатнашты.

Һәр эштең үҙ рәте, тәртибе бар, байрам да һауын ваҡытын үткәрергә сәбәп түгел. Шуға күрә лә хужалар һыйырҙарҙы майҙанда булһа ла һауып ала. Күмәк кеше араһына сыҡҡан малҡайҙар кисә кис былай ҙа һөттө әҙерәк биргән. Бөгөн инде һыйырҙар үҙҙәренең йондоҙло сәғәтенә өйрәнә төшкән, улар фонында туҡтауһыҙ селфи эшләүселәргә, фото төшөрөүселәргә артыҡ иғтибар итмәй тыныс ҡына көйшәүен белә.
Һыйырҙарҙың мөгөҙө таҫма, сәскәләр менән биҙәлеүгә лә аптырайһы түгел, быйыл һәүкәшкәйҙәр араһында матурлыҡ конкурсы ла бара. Әлбиттә, мал өсөн һылыулыҡ мөһим түгел, һөтлөрәк булһа еткән, шулай ҙа баш ҡаланың төп майҙанына килгәс  лайыҡлы күренеү ҙә мөһим. Ә еңеүселәрҙе халыҡ һайлай. Майҙанда һөт продукцияһы ғына түгел, ҡымыҙҙан да ауыҙ итергә мөмкин. Әбйәлилдән бер юлы өс хужалыҡ килгән. Ҡымыҙҙың шифаһы хаҡында олоһо ла, кесеһе лә яҡшы хәбәрҙар, шуға  бында сират та ҙур.
Башҡортостанда йыл башынан  1 миллион тоннанан ашыу һөт һауып алынған. Республика аҡтың тулайым күләме буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй.  Һуңғы йылдарҙа тормошҡа ашырылған «500 ферма» программаһы ла үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Әле яңы проект әҙерләнә, ул өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә булышлыҡ итер тип көтөлә.
Майҙанда һөтлө продукция алырға ла, төрлө спорт ярыштарында, уйындар ҙа ҡатнашырға ла мөмкин. Һөт юлы буйлап сәйәхәт ойошторған квест, виртуаль ферма,  һөтсөлөк оҫтаханаларында халыҡ айыруса күп. Сара һөт магазин кәштәләренән алына  тип уйлаған ҡала балалары өсөн айырыуса фәһемле.  
Әлбиттә, күңелде ҡырған мәлдәр ҙә юҡ түгел, һөттө ергә түгеүселәр ҙә, һауытын ташлап китеүселәр ҙә бар.  Ә беҙҙең халыҡта аҡты тәләфләү борондан ҙур хилафлыҡ һаналған.  
Етенсе тапҡыр ойошторолған «Һөт иле» фестивале баш ҡала тормошоноң айырылғыһыҙ һәм күркәм биҙәгенә әйләнгән.  Халыҡ был сараны түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Майҙанда һөт продукцияһын алырға ла, был ризыҡтарҙың ҡайҙа, нисек, күпме көс түгеп етештерелеүе менән дә танышырға мөмкин. Был үҫеп килгән быуын өсөн оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Һөт илендә йәшәүселәр һөтсөлөк хаҡында барыһын да белергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку