Фән, атап әйткәндә, генетика һәм селекция өлкәһе тейешенсә үҫешәме?

Фән, атап әйткәндә, генетика һәм селекция өлкәһе тейешенсә үҫешәме? 29.06.2015

Юҡ, ти ғалимдар. Ни өсөн тигәндә, һыу ҡоштары менән проблема булмаһа ла,тауыҡ үрсетеү өсөн тоҡомло йомортҡалар сит илдән килтерелә. Селекция эше лә юҡ кимәлендә. Иген орлоғоноң да күпселеге үҙебеҙҙеке түгел.

Әлегә тәжрибә рәүешендә сәселгән ужым бойҙайының һәм тритикаленең төрлө сорттары. Был матурлыҡ һәм туҡлыҡтың яҡын киләсәктә юҡҡа сығыуы ла мөмкин, - ти белгестәр. Ни өсөн тигәндә, селекция эшенә йәштәр бик килеп бармай. Агрономдарҙың күпселегенә 70-80 йәш.
Яҙғы бойҙайҙың 6, судан үләненең 3 төрөн уйлап сығарған агроном Владимир Никоновҡа ошо көндәрҙә 70 йәш тулды.  50 йыл эшләү дәүерендә илдәге фәндең, селекцияның бындай хәлен күрмәнем, - ти ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Владимир Иванович. Сит ил  орлоҡтарының беҙҙең шарттарға тулыһынса яраҡлаша алмаясағына ул инанған.
Владимир Никонов, «Шишмә» селекция үҙәгенең яҙғы бойҙай лабороторияһы мөдире: «Сит ил сорттарының беҙҙекен алмаштыра алыуы икеле. Мексика менән Американың ҡыҫҡа һабаҡлы бойҙайы ла, француз бойҙайының ҡаты сорты ла үҫеп ҡараны был яланда. Береһе лә күтәрелә алманы. Улар башҡа климат өсөн сығарылған».
Кадрҙарға ҡытлыҡ юҡлығы хаҡында ла йыш һөйләйбеҙ.Әммә ауыл хужалығы тармағы был йәһәттән ҡыйыныраҡ  хәлдә. Йәш белгес, әйтәйек, шул уҡ аграр университетты тамамлаусы үҙ һөнәре буйынса эшләргә теләмәй. Эш хаҡы тигән «мөғжизә» етмәй.
Рәсәй яландары нигеҙҙә ситтән килтерелгән культуралар менән сәселә.Үҙебеҙҙең орлоҡ фондында тик арыш, бойҙай һәм арпа ғына тороп ҡалды. Башҡортостан ауыл хужалығы буйынса фәнни-тикшеренеү институтының Шишмә селекция үҙәгендә элек дан ҡаҙанған сорттар менән эшләйҙәр.Башҡортостанда сығарылған «Сулпан» сортын селекциябыҙҙы ҡотҡарып килеүсе төрҙәрҙең береһе тип әйтергә лә ярайҙыр.        
Һуғыш мәлендә йәшәгән, аслыҡ күргән быуын кешеләре балаларҙы икмәктең валсығын да төшөрмәйенсә, ултырып ҡына ашарға өйрәтте.Иғтибар итһәгеҙ, үткән быуаттың 50-се, 60-сы йылдарҙа тыуғандарҙан башлап артабанғы быуындар ҙа был йоланы, ҡиммәттәрҙе онотто тиерлек.Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа ла был турала әсенеп:
Туҡта, тинтәк бала,
Ниңә типкеләйһең икмәкте,
Аңлатыусы юҡмы әллә һиңә,
Икмәк тигән оло хикмәтте! - тип яҙып сыҡҡайны. Тимәк, икмәк культын ҡайтарыу кәрәк. Шул сағында уны үҙ ҡулдары менән үҫтерергә теләүсе йәштәр ҙә күренер, бәлки. Бының өсөн Хөкүмәт яғынан ике генә нәмә - лайыҡлы эш хаҡы һәм дә йәшәр урын кәрәк, ти тәжрибәле агрономдар. Эйе, фән, генетика, селекция тигәндәребеҙҙе бөгөн 60-70  йәшлектәр һәм унан да өлкәндәр тотоп тора. Ара-тирә килеп эшләп китеүсе йәштәр ҙә бар.Эш хаҡы менән фатир тигән «мөғжизә» етмәй.Тәүҙә үк әйткән һүҙҙәргә кире әйләнеп ҡайттыҡ. Түңәрәк тағы ла тоташты.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку