Өфөлә ҡышҡы каникулда ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙҙы

Өфөлә  ҡышҡы каникулда  ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙҙы 10.01.2015

Бөгөн уның һуңғы көнө булды.  Ҡышҡы селләгә, йә көндәр буранлап тороуға ҡарамай  ҡала халҡы сифатлы тауар һатып алырға ашыҡты. Ә ауыл  кешеһе үҙе етештергән продукцияны аҡсаға әйләндереп ҡыуанды.

Зорге урамындағы сауҙа майҙанына халыҡ иртәнге сәғәттәрҙән үк ағылды. Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа геү килде. Кәштәләрҙә йылҡы, һыйыр, һарыҡ, ҡош ите. Иттең  килоһы уртаса 200  һумдан 280 һумға тиклем. Һатып алыусыларҙың күбеһе һыйыр итенә өҫтөнлөк бирә. Ғәҙәттәгесә, йыл башында  иткә хаҡ аҙ ғына артҡан.
Йәрминкәгә Иглин, Кушнаренко,  Ауырғазы, Миәкә һәм башҡа  райондары хужалыҡтары бай ассортиментлы  аҙыҡ-түлек алып килгән. Һөт ризыҡтары, бал һәм үҫемлек майҙары ла бар. Балға хаҡ  күтәрелмәгән. Уның өс литры бер мең һумға тәҡдим ителә.
Һаҙан, суртан һәм башҡа балыҡтарҙы  Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалығы һата.
Баҙар-һатыулашыу майҙаны булһа ла,  үҙебеҙҙең  сифатлы аҙыҡ-түлек менән  туҡланырға күнеккән өлкәндәр хаҡтар менән ҡәнәғәт. Улар кәштәләрҙәге ауыл хужалығы тауарҙарының ни тиклем ҙур көс түгеп етештерелеүен белә. Йылдар буйы тәрбиәләгән мал-тыуарҙың ите кәнфит һәм башҡа  тәм-том менән сағыштырғанда  күпкә арзан.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика