Өфөлә яңы эш башлаған һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүселәргә дәүләт гранттары тапшырылды

Өфөлә яңы эш башлаған һәм  крәҫтиән-фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүселәргә дәүләт гранттары тапшырылды 20.05.2016

Ике программа буйынса  114 яңы эш башлаусы  йүнсел, 34  ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү буйынса дәүләт ярҙамы алды.  Бындай  мөмкинлек менән   Баймаҡ районынан 10 фермер файҙаланды.  

2018 йылға тиклем иҫәпләнгән был ике программа төбәктә йәшәүселәрҙә  һәр ваҡыт  ҡыҙыҡһыныу уята. Һаҡмар ауылында йәшәүсе  Фәрит Ниғмәтуллин  2014 йылда стартап программаһы аша, эре мөгөҙлө мал алып һөт етештереүгә тотонһа,  был юлы алған дәүләт ярҙамын     фермер  техника  алыуға  тотонмаҡсы.
Әйтергә кәрәк,  Баймаҡ районы ошондай проекттарҙа йыл да әүҙем ҡатнаша.  Быйыл барлығы 43 кеше ғариза тапшыра,  ә шуларҙың 10-ы грантҡа лайыҡлы итеп табыла. Һуңғы дүрт   йыл эсендә райондың 37  фермеры ошондай  программалар аша  ярҙам алыуға өлгәшкән.  
Тап  ошондай  алдынғы  ҡарашлы  фермерҙар бөгөн ауылдарҙың киләсәге, тиһәң дә хата булмаҫ. Тик  алынған  дәүләт ярҙамын  маҡсатҡа ярашлы ҡулланып, ваҡытында  аҡлау һәр береһенең төп бурысы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку