Өфөлә умартасыларҙың сираттағы йыйыны үтте

Өфөлә умартасыларҙың сираттағы йыйыны үтте 11.12.2017

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең биохимия һәм генетика институтуында илдең ике йөҙгә яҡын умартасыһы ғилми-ғәмәли конференцияла фекер алышты. Унда таҙа тоҡомло ҡорттарҙы үрсетеү, апитерапиялағы яңылыҡтар, умартасылыҡта ҡулланылған яңы технологиялар хаҡында һүҙ барҙы.

Белгестәр ҡорттарҙың күпләп һәләк булыуына борсолоу белдерҙе, Башҡортостан  быйыл 30 проценттан ашыу бал ҡортон юғалтҡан. Был тәү сиратта, күпләп бал йыйыуға бәйле тигән фараздар еткерелде сарала. 2021 йылда төбәктә ойоштороласаҡ «Апимондия» умартасылар конгрессы тармаҡ үҫешенә тос өлөш индерер тип көтөлә. Әйткәндәй, Бөрйәндә ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән Кәрим Ғәлин башҡорт ҡорттарын үрсетеү йүнәлешен йәнләндереү буйынса киләсәктә тоҡомсолоҡ умарталығын асырға теләй. Тәүмаҡсат сит төбәктән килтерелгән нәҙекәйбилдәрҙе кәметеү.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку