Өфөлә уңышлы эшләп килгән бал йәрминкәләренә Иглин районы умартасылары нигеҙ һалған

Өфөлә уңышлы эшләп килгән бал йәрминкәләренә Иглин районы умартасылары нигеҙ һалған 03.04.2015

Тиҫтә йыл самаһы дауамында улар баш ҡала халҡын татлы һәм файҙалы ризыҡтары менән тәьмин итеп килә.  

Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән ауыл кешеһенә был өҫтәмә килем алыу сығанағы тыуҙыра. Былтыр төбәктә 19 меңдән ашыу умарта күсе иҫәпләнгән. Уларҙан иглиндәр 400 мең тоннанан ашыу продукция алған. Әммә райондың ҡеүәте бының менән генә сикләнмәй. Был турала төбәк умартасыларының йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмәһендә белдерелде. Умартасылыҡ районда ауыл хужалығының төп тармаҡтарының береһен биләй. Районда умартасылыҡты үҫтереү, юғары сифатлы  продукция етештереү өсөн уңайлы тәбиғәт шарттары бар. Бигерәк тә райондың тау-урман зонаһында бал биреүсе тәбиғи үҫемлектәр күп.  
Һуңғы бер нисә йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, районда күстәр һаны ла, юғары сифатлы бал етештереү ҙә тотороҡло үҫешә. Быны мәҙәниәт һарайы фойеһында ойошторолған күргәҙмә үҙе иҫбатланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика