Өфөлә күләмле ит фестивале ойошторола

Өфөлә күләмле ит фестивале ойошторола 13.12.2016

Республиканың 30 районы вәкилдәре үҙҙәре етештергән ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға сығарасаҡ. Был көндө һайыр, сусҡа, һарыҡ, ҡош иттәре һәм ит деликатестарын арзан хаҡҡа һатып алырға мөмкин. Йәрминкә Пархоменко урамының «Йәй» күп функциялы үҙәге алдындағы майҙанда ойошторола.

Ит продукцияһынан тыш, һөттән етештерелгән ризыҡтар, кондитер изделиелары, бал, төрлө сорттағы сәйҙәр һәм шифалы үләндәр  тәҡдим ителә. Фестиваль сиктәрендә күңел асыу сараларынан тыш,  оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған. Өфөнөң шеф-ашнаҡсылары ҡыҙыҡлы ризыҡ әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашасаҡ. Теләге булғандар хәйриә акцияһында ҡатнаша ала. Иң бәләкәс ҡунаҡтарҙы яңы йыл тылсымсылары - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тәбрикләй. Ит фестивале Өфөлә икенсе тапҡыр үткәрелә. Ул 17 һәм 18 декабрҙә эшләй.
Азат Фазлыев, Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты: «Ит фестивален быйыл тағы ла киңерәк ҡолас менән үткәрергә йыйынабаҙ. Ауыл хужалығы уңғандарын был сарала әүҙем ҡатанашырға саҡырабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку