Өфөлә ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаты үтә

Өфөлә ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаты үтә 20.06.2017

Быға бәйле, республика ҡатнашыусылары ныҡлы әҙерлек башлаған да инде. 25 июндән 1 июлгә тиклем дауам иткн сарала илдең төрлө төбәктәренән тыш, сит ил механизаторҙары «Иң алдынғы ер һөрөүсе» исеменә һынау тота. Әле техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Рәсәйҙә был иҫәп буйынса алтынсы чемпионат. Унда быға тиклем Мәләүез районынан Илдар Ишәкәев та яҡшы һөҙөмтә күрһәткән.

Әйткәндәй, ер һөрөү буйынса чемпионатты тап Башҡортостанда уҙғарыу урыны итеп республикабыҙ Рәсәйҙең биш төбәге араһынан һайлап алынған. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ойошторолған чемпионатта эшлекле һәм мәҙәни-күңел асыу саралары, көнүҙәк проблемаларға «түңәрәк өҫтәл» ойоштороу ҙа ҡаралған. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән Рәсәй чемпионатында еңеү яулаған механизаторға Бөтә донъя кимәлендәге ярышта ҡатнашыу хоҡуғы бирелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика