Өфөлә бал йәрминкәләре лә итә

Өфөлә бал йәрминкәләре лә итә 14.09.2015

Яҡутов исемендәге ҡала паркына республиканың 47 районы умартасылары бал килтерҙе. Татлы ризыҡтың сифатын тикшереү өсөн унда күсмә лаборатория ла эшләне.  Йәрминкәгә ҡала халҡы күп йыйылды. Уларға байрамса кәйеф өҫтәү өсөн майҙанда концерт та ойошторолдо.

Кәрәзле балда лизоцим тигән файҙалы матдә бар. Ул көслө антибиотик - шуға ла һыуыҡ тейгәндә  ҡулланыла. Был матдәне һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәҙле бал киҫелеп банкаларға һалынған.
Йәрминкә - үҙенсәлекле аптека һымаҡ. Умартасылар балдан тыш төрлө продукция килтергән. Дауалы майҙар эшләү өсөн балауыҙды төрлө формаларға һалып ҡатырғандар. Прополис, бал ҡорто үләте, һеркә, һитә...Һәм башҡа бик күп файҙалы продукттарҙы ҡала халҡы әүҙем һатып алды.
Балға күп урындарҙа сираттар йыйылды. Һәр кем татлы ризыҡты тәмләп ҡарай.  Сифатлы балды ҡалаҡ менән алғанда, һуҙылырға тейеш. Шулай уҡ унан хуш еҫ аңҡып тора. Әйткәндәй, татлы ризыҡты һайлағанда һәр кем үҙенсә баһалай. Берәүҙәр тамаҡты ҡырыуына ҡарай, икенселәре ҡуйылығына.
Йәрминкә кәштәләренә умартасылар 200 тоннан ашыу бал килтерҙе. Быйыл йәй ямғырлы булғанлыҡтан, сәскә һеркәләре йыуылған. Шуға ла уңыш мул түгел. Күп умартасыларҙың былтырғы балы бар. Ул арзаныраҡ. Уртаса хаҡтар бер өс литр өсөн мең ярым ике мең. Умартасылар өсөн йәрминкәләр етештерелгән продукцияны ҡулаҡсаға әйләндереү өсөн иң уңышлы майҙан.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку