Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә 29.10.2016

Сауҙа традицион урындарҙа - баш ҡаланың ҙур майҙандарында һәм баҙарҙарында йәйелдерелә. Киң ассортиментта һыйыр, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт ите тәҡдим ителә. Бынан тыш, һөт продукттары һәм бал менән һатыу итеү дауам итә. Йәрминкәлә республика ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнаша. Һатыу өсөн урын бушлай бирелгәнгә хаҡтар юғары түгел.

Һарыҡ итенең килоһын 300-350, һыйырҙыҡын 250-350 һумға алырға мөмкин. Иң арзаны сусҡаныҡы, 250 һумдан башлана. Һатып алыусылар әйтеүенсә, йәрминкәлә  тәҡдим ителгән аҙыҡ-түлек экологик яҡтан таҙа булыуы менән айырылып тора. Хаҡтарға  инде мөнәсәбәт төрлөсә, берәүҙәр  ер кешеһе эшләгән хаҡын алырға тейеш тип иҫәпләһә, икенселәр  урындағы продукцияны арзаныраҡ итергә кәрәк тигән фекерҙә. Йәрминкәләр ҡышҡа тиклем  дауам итә,  шуға күрә ҡала халҡының сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа  аҙыҡ-түлек туплап ҡалыу мөмкинлеге бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку