Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә

Өфөлә  ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә 05.01.2015

Быйыл Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса  баш ҡала  майҙандарында сауҙа итеү яңы йыл каникулдарында ла ойошторолдо.

Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә экологик яҡтан таҙа продукцияны үҙ хаҡына алырға мөмкин. Йәрминкәлә һыйыр, йылҡы, ҡош-ҡорт ите һатыусылар ҙа , бал, йәшелсә тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Һатыусылар әйтеүенсә, Яңы йылға тиклем йәрминкәләрҙә урындар етешмәһә әле   кеше аҙыраҡ.  Стәрлетамаҡ районынан Рифат Ибәтуллин Өфө баҙарына йыш йөрөй, итте кире алып ҡайтҡаныбыҙ юҡ, ҡала халҡы теләп һатып ала, ти ул.
Һатып алыусылар фекеренсә, йәрминкәләрҙең Яңы йыл каникулдары  мәлендә лә эшләүе бик уңайлы. Сөнки көҙгөһөн  ҡышҡа етерлек аҙыҡ-түлекте тулыһынса туплап ҡалыу мөмкин түгел. Ҡала халҡы бигерәк тә  ауыл хужалығы продукцияһының сифатынан ҡәнәғәт, мал бөтә талаптарҙы үтәп  һуйылған, шуға тәмле лә, хаҡы ла арзан, ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку