Өфөлә ауыл кешеһенең көнүҙәк мәсьәләре буйынса фекер алышынғанда ла төбәктәрҙә эш тынмай, йәй һалҡын килеүгә ҡарамаҫтан әле бесән мәле 21.07.2017

Баймаҡ районы  хужалыҡтарында  мал аҙығы әҙерләүгә дәррәү тотонғандар. Көн һайын яуып үткән ямғыр республиканын көньяғына  ла ят күренеш түгел. Шулай ҙа  төбәк эшсәндәре  тотороҡһоҙ һауа шарттарына зарланып ҡул ҡуашырып ултырғаны юҡ.

Кешегә эҫеһе лә, һыуығы ла окшамай. Ләкин быйылғы оҙайлы яуым төшөм ошоғаса ҡоролоҡ шарттарында эшләгән көньяҡ райондарҙы ла урап үтмәне.  Бында ла көн аша ямғырҙар яуа, капыл аяҙытҡан йылы көндөң һәр минуты иҫәпле, мал аҙығы әҙерләү осоро ваҡытында башланып , хужалыҡтарҙа әле лә дауам итә.

Шәхси кешеләр ямғырҙар бесәнлектәрҙе һыу аҫтында ҡалдырҙы тип зарланһа ла, уның ыңғай яҡтары күп. Быйылғы йәшеллек айырыуса көньяҡта күптән булғаны юҡ. Сабылған бесән һутлы, йәшел, уның ҡуйылығы ҡара сикерткәләрҙең үрсеүенә кәртә булып тора. Улар әле хужалыҡ  басыууҙарында бар, әммә элекке кеүек күп түгел, ти белгестәр.

Ленин исемендәге хужалыҡ майҙандарҙы майҙандарҙың яртыһын сабып бөткән, бөгөнгә уларға тағы 600 гектар ерҙе йыйып алыу бурысы тора. Көҙгөлөкә рапс майҙандары көтөп ҡала.  Быйыл мал аҙығын уҙған йылдарға ҡарағанда унышлыраҡ тупларбыҙ тигән фекерҙә аграрийҙар. Тик яуым төшөм бесәнден сифатында ғына сағылмаһын.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика