Өфө халҡы бөгөн 10 тоннанан ашыу һөт эсеп бөттө

Өфө халҡы бөгөн 10 тоннанан ашыу һөт эсеп бөттө 30.08.2014

Баш ҡалала дүртенсе йыл рәттән уҙғарылып килгән һөт фестивале үтте. Ҡала уртаһында ысын ферма, һөт кәсептәре урамы, ательеһы, почтаһы... Быйылғы байрам халыҡты үҙенең күләме һәм сағыулығы менән  хайран ҡалдырҙы.

Һөт иленә инеү өсөн һәр кешегә гражданлыҡ алыу шарт. Бының өсөн байрамға килеүсегә бушлай таратылған һөт эсергә һәм паспорт алырға ғына кәрәк ине. Баш һөтсө министрлығы алдында теҙелгән сираттан һөт иленә килергә теләүселәрҙең ни тиклем күп булыуын аңларға мөмкин. Эселергә тейеш һөт тә байтаҡҡа арттырылды. Былтыр байрамға алты тонна аҡһымға бай шыйыҡса килтерелһә, быйыл инде ун тонна. Ә инде һөт иленә инеүсене  әкиәт донъяһы көтә. Бында ысын мәғәнәһендә кеҫәл ярҙарҙан һөтлө йылғалар аҡты. Байрамға 27 етештереүсе үҙ продукцияһын ҡуйғайны. Һөр кеше башҡорт бөйрәкәйенең сифатлы һөтөн, эремсек, ҡоротон тәмләп ҡарай алды. Байрам хужаһының үҙе менән дә танышыу мөмкинлеге бар ине. Һөтсөлөк фермаһы малдарҙы күреп өйрәнмәгән балаларҙың яратҡан урынына әйләнде. Хәйер, ҡала уртаһында ҡоролған ферманы ла  көн һайын күреп булмай.
Һөт кәсептәре, сувенирҙары, кафеһы... Байрамда бар нимә лә һөткә бәйле. Хатта һөт иленең үҙ почтаһы ла эшләне. Теләгәндәр бушлай ғына төрлө тарафтарҙа йәшәгән яҡындарына байрам открыткалары оҙата алды. Шулай ҙа фестивалдең иң сағыу мәле баш һөтсөнөң килеүе булды. Әйткәндәй, карнавалда ҡатнашыу өсөн костюмдарҙы ла байрамда ҡатнашыусылар  һөт ательеһында үҙҙәре эшләп алды.
Башҡа йылдарҙан айырмалы фестивалдә һөт фонтаны булманы. Әммә был илдә аҡ кәмей тигәнде аңлатмай. Фонтанға киткән һөттә быйыл байрамға килеүселәр рәхәтләнеп эсә алды.
Өфө ысын мәғәнәһендә илдең һөтлө баш ҡалаһы исемен йөрөтә ала. Эселгән һөт күләме буйынса Өфөгә етеүселәр юҡ. Шулай уҡ етештереү буйынса ла республика тотош илдә алдынғылар рәтендә.
Фестиваль барлыҡ байрамдар шикелле кискә тиклем дауам итте. Әммә башҡа тамашаларҙан  айырмалы концерт ҡарарға килгән йәштәр ҙә тик һөт ризыҡтары менән генә һыйланды. Сөнки  һөт эсеү хәҙер модала, заманса һәм шифалы ла.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку