Өфө ат заводына - 80 йыл

Өфө ат заводына - 80 йыл 23.06.2016

Ошо уңайҙан Өфө районында ҙур байрам сараһы үтте. Банкротлыҡ кеүек бик ҡаршылыҡтар аша үткән предприятие бөгөн ҡыйыу аҙымдар менән етештереү ҡеүәтен дә арттыра.

Тиҫтәләрсә йыл элекке ваҡиғалар тик фотоларҙа ғына һаҡланып ҡалған. Ул саҡтағы йылҡысылыҡ заводы эшен, Совет иле иҡтисадына индергән өлөшөн әлеге оло быуын вәкилдәре бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй. Мөзәйнә Дәүләтбаева ла шул иҫәптән. Ул заводҡа 16 йәшендә ярыш аттары тәрбиәсеһе булып эшкә төшә. Ҡасандыр Хеҙмәт ветеранының ата-әсәһе лә ошонда эшләгән булған.

Тап аттарҙы яратыуҙан улар башҡорт тоҡомло йылҡыларҙы аҫрап, милли эсемлек етештереп һатып  дан ҡаҙана. Был хаҡта бик күп фото, архив документтарҙан күрергә мөмкин.

Өфө ат заводы уҙған быуаттың 1936 йылда эш башлай. Тәүҙә предприятие рус рысак йылҡыларын аҫрау йүнәлешендә махсуслашһа, һуңынан башҡорт тоҡомлолар үрсетелә башлай. Уның менән берлектә милли эсемлек етештереү ҙә яйға һалына.

Ат заводында ҡымыҙ бешеү автоматлаштырылған режимда эшләй. Был алым предприятиела 50 йыллап ҡулланыла. Традицион ҡымыҙ бешеүҙән ул берҙә айырылмай. Милли эсемлек шулай уҡ, ыҫланған, йүкәнән эшләнгән көбөлә яһала.

Ул сәғәт буйы кеше йөрәге тибешенә ярашлы ҡымыҙ бешә. Йәғни, минутына 60 тапҡыр туҡыла тигән һүҙ. Заводҡа 80 йыл тулыу уңайынан предприятие биләмәһендә ҙур байрам концертты уҙҙы. Килгән ҡунаҡтар башҡорт ҡымыҙы, былау менән һыйланды. Майҙанда юртаҡтар сабышы ла ойошторолдо.

80 йыл эсендә ат заводы бик күп юғары наградаларға лайыҡ булған. Ҡымыҙ продукцияһы ғына республиканың барлыҡ төбәктәренә лә тиерлек оҙатыла. Төбәктә үткән бер байрам сараһы ла улар тәрбиәләгән аттарҙан тыш үтмәй. Киләсәктә, илдең иҡтисади көрсөгөнә ҡарамай, етештереү ҡеүәтен арттырыу, тауарҙы һатып табыш алыу маҡсатын ҡуя.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку