Ейәнсура районынын Маяҡ хужалығында үрсетелгән «Волгоград» тоҡомло һарыҡтарҙы Баймаҡ районы фермерҙары ла һатып алды 22.09.2016

Төбәктен Ярат ауылында йәшәүсе Рәүеф Мырҙабулатов дәүләт тарафынан бүленгән грант аҡсаһын тоҡомло мал үрсетеүгә һәм трактор алыуға тотонған.

Эшен булмаһа һарыҡ ал, ти мәрәкәләһә лә Рәүеф Мырҙабулатов был эшенә ихласлап тотонған. Ошоға тиклем йылҡылар аҫраған, әле  баш малы бар. Ә һарыҡтарға килгәндә, улар Волгоград тоҡомло малдар. Был тармаҡ менән бөгөн ейәнсура районынын Маяҡ хужалығы унышлы шөғөлләнә. Йөнө файҙһалы, ите тәмле тигән бренд был малдарға күптән йәбешкән һәм ул ғәмәлдә лә шулай. Киләсәктә һарыҡсылыҡ иармағын үрсетеп унан яҡшы табыш алырға уйлаған Ярат фермеры малдарҙы Ейәнсуранан барып алып ҡайта.
Ҡорбан байрамына ҡарай һарыҡ һораусылар күп булһа ла  бәрәс кенә көйө алынған бәрәндәр әле һатыуға бармай. Киреһенсә, грант аҡсаһынын шарты буйынса артым булырға тейеш, тик кәмемәһен. Сифатлы йөн тигәндән ябай һарыҡтыҡы ул ун һумдан, ә был тоҡомдарҙыҡы йөҙ‐ йөҙ егрме һумдан ҡабул ителә. Ул кейеҙ басыуҙа, юрған эшләүҙә кин ҡулланыла. Юғары сифатлы тәбиғи йөндө киләсәктә ауыл ҡатын ҡыҙҙарынын да һатып алырға уйы бар. Ә итенә килгәндә һарыҡтын ҡайһы берҙәре туҡһан кг ит бирәсәк. Унын өлгөһө Ейәнсура районында бар.
Киләсәктә был тармаҡ үсешеп китһә, Мырҙабулатовтарҙын үҙәре өсөн генә түгел, ә яҡынджары, ауылдаштары өснө дә өр яны мөмкинлектәр асылыр моғайын. Ул да булһа эш урындары,  ит продукцияһы, йөн етештереү  производстволары . Үҙе тырышҡан һәм дәүләт ярҙамын маҡсатҡа ярашлы файҙаланған кешеләр ҡайҙа ла унышҡа ирешә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика