Ейәнсура районында Урал аръяғы төбәгенең иҡтисади үҫеш программаһы сиктәрендә агросәнәғәт тармағының өҫтөнлөклө йүнәлештәре, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ тармағына дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә уҙҙы

Ейәнсура районында Урал аръяғы төбәгенең иҡтисади үҫеш программаһы сиктәрендә агросәнәғәт тармағының өҫтөнлөклө йүнәлештәре, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ тармағына дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә уҙҙы 20.10.2017

Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә Урал арьяъы райондарының хакимиәт башлыҡтары, эшҡыуарлыҡ тармағы белгестәре, төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.

Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү комплекслы программаһына, шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡты хуплау мәсьәләренә арналған кәңәшмәнең тап Ейәнсура районында үтеүе осраҡлы түгел. Сөнки төбәк ауыл хужалығы һуңғы йылдарҙа һарыҡсылыҡ тармағы буйынса республикала алға китте. Мәскәүҙә үткән "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә йыл да алтын миҙалдарға лайыҡ булыусы, "Маяҡ" хужалығын ғына миҫалға килтереү ҙә етә.

2012 йылда эш башлаған хужалыҡ бөгөн ярайһы уҡ уңыштарын барлай. Бөгөнгө көндә 8 мең ярым баш ваҡ мал иҫәпләнә. Барлығы төбәктең алты ауылында аҫрала. Һарыҡсылыҡты үҫтереү төбәктә, ғөмүмән ойошҡанлы бара. 100 башты алып аҫрала ла, 20ен үҙеңә ҡалдыр тип исемләнгән программа мәҫәлән, һөҙөмтә биргән. Тармаҡты һаҡлауға һәм тағы ла йәйелдереп ебәреүгә булышлыҡ иткән.

Көньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереү програм­маһы туризмды алға ебәреү, ошо йүнәлештә эшләгән үҙәктәрҙе хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү бурысын да ҡуйған.
Тармаҡтың килемле булыуы бер кемгә сер түгел. Шулай ҙа беҙҙә әле туризм индустрияһы үҫешкән тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Был йәһәттән, Өфөлә 2021 йылда үтәсәк "Апимондия" конгресына әҙерлекте, туристарҙы күпләп йәлеп итеү эшен киләһе йылдан уҡ башлау бурысы ҡуйылды. Урал аръяғы төбәктәрендә проблемалар тик бының менән генә сикләнмәй. Бер өлкә буйынса район алға киткәндә, икенсеһенең аҡһауы күҙәтелә. Ул урындағы ойошма, предприятиеларҙың эшен еренә еткереп эшләмәүгә бәйле. Ауыл хужалығына бәйле мәсьәләгә килгәндә. Быйыл Урал аръяғында 20 проценттай ер эшкәртелмәйенсә ҡалған. Учалы менән Йылайыр райондарында ул яртыһын тәшкил итә. Шул уҡ һөт-тауар, ғаилә фермаларының кәмеүе күҙәтелә. Республикала ауыл хужалығын күтәрергә бар мөмкинлектәр бар, ләкин тотоноусыһы ғына юҡ, тиелде кәңәшмәлә.

Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылында 1280 баш малға иҫәпләнгән һөт-тауар фермаһын төҙөү планлаштырыла. Башланғысҡа нигеҙ һалынған да инде. Табылған инвестор ярҙамында 2019 йылда хужалыҡты асыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку