Ейәнсура районы хужалыҡтары өсөн ямғырлы йәй файҙаға ғына булған

Ейәнсура районы хужалыҡтары өсөн ямғырлы йәй файҙаға ғына булған 22.08.2017

Сөнки һуңғы ете йыл төбәктә ҡоро  килгән.

Әле районда урып-йыйыу эштәре йылдам бара. Көндәр ямғырһыҙ торғанда, баҫыу эшсәндәре арпа, һолоно йыйып ҡалырға тырыша. Ҡайһы бер хужалыҡ баҫыуҙарында һоло гектарына 33 центнер ярым уңыш бирә. Бындай һөҙөмтәгә Ейәнсура районының баҫыу эшсәндәре һөйөнә генә, сөнки төбәктә ҡоро килгән йылдар ғәҙәти күренеш була. Ҡойма ямғырҙар республиканың бәғзе район баҫыуҙарына зыян килтерһә, Ейәнсуралар өсөн уңышлы йыл тип иҫәпләнә. Төбәк хужалыҡтары бесән әҙерләү эштәрен тамамлаған. Сенаж, силосты йыйырға ҡалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку