Эшләһәң - эш ҡарышмай 13.01.2017

Ике йыл элек Тәтешле районының Әрибаш ауылында йәшәүсе Ғилметдиновтар крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороуға һәм үҫтереүгә грант алыуға өлгәшә. Ғаилә миллион ярым һумға яҡын аҡсаны техника кәрәк-яраҡтарына әйләндерә, ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙан улар бөгөн яҡшы табыш ала.

Ғилметдиновтар ике тиҫтәнән ашыу тоҡомло һыйырҙан тәүлегенә 250 литр һөт һауып ала. Әле уларҙың хужалығында биш кеше эшләй. Ферма мөдире - Рәмил Мөғәлимов, ғаиләнең уң ҡулы. Мал бағырға яратҡан эшсе иртәнән кискә тиклем хужалыҡта.  
Татьяна Милетдинова ла ауылда эш урыны юҡлыҡҡа һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырмай. Тура фермаға килә. Тәжрибәле һауынсы йәш быҙауҙарҙы тәрбиәләй.
Бер айлыҡ быҙауҙар тиҫтәнән ашыу. Уларға бында айырым урындар бүленгән. Кисә генә тыуған быҙау тағы ла бер ай әсәһе эргәһендә рәхәтләнәсәк.
Тырышһаң  ярҙам итеүселәр табыла, ти Ғилметдиновтар. Һуңғы ике йылда улар программа ярҙамында  хужалыҡтарын ҙурайтыуға өлгәшкән.
Ысынлап та, эшләһәң эш ҡарышмай. Урындағы фермерҙар тоҡомло малдың һөтөнән дә, итенән дә яҡшы табыш ала. Билмән, икмәк бешереү цехы асып,  ауылдың тағы ла ике тиҫтәнән ашыу кешеһен эш урындары менән тәьмин итә. Йүнселдәр ауылда, район үҙәгендә шәхси аҙыҡ-түлек кибетен асҡан.
Тәтешле районында бөгөн һарыҡсылыҡ, малсылыҡ, баҫыусылыҡ  йүнәлешендә 19 фермер эшләп килә. Быйыл  ғына башланғыс фермер программаһына тағы ике кеше ғариза биргән. Йүнселдәр ауыл ерендә лә йүнен таба. Әрибаш уңғандары быға асыҡ миҫал.  Ғаилә киләсәктә мал башын арттырырға, баҫыу ерен киңәйтергә ниәтләй, ә был урындағы халыҡҡа өҫтәмә эш урындары булдырыу тигән һүҙ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика