Эш урынында йәрәхәт

Эш урынында йәрәхәт 08.08.2014

Производствола зыян күреүселәр һаны буйынса ауыл хужалығы, төҙөлөш тармағы, газ һәм нефть сәнәғәтенән һуң дүртенсе урында тора. Был көнүҙәк проблема  урып-йыйыу эштәре ваҡытында айырыуса көнүҙәккә әйләнә.

Зөфәр Ғәйнуллин дүрт йыл элек бармаҡтарын юғалта. Ул ваҡытта  сәскестә эшләгән ир тығылған орлоҡто ҡулы менән таҙартырға ниәтләй. Әммә механизатор ошо мәлдә техниканы ҡабыҙа.
Хәҙер Зөфәр Ғәйнуллин һаулығы буйынса яратҡан эше менән шөғөлләнә алмай. Бындай күңелһеҙ осраҡ хужалыҡтың башҡа хеҙмәткәренә  оло һабаҡ була.  Шуға ла бөгөн төбәктә техникалағы хәүефһеҙлек сараларына ҙур иғтибар бүленә.
Райондың ауыл хужалығы идаралығынан белдереүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа  тармаҡта йәрәхәт алыусылар һаны кәмей бара. Бәхетһеҙ  осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында төбәктә һәр кампания алдынан етди саралар күрелә. Әле лә ураҡ эштәре ваҡытында ялан батырҙары хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә тырыша.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика