Элекке СССР республикалары генетика һәм селекцияның айырым бер өлкәһе  буйынса эшләгән 06.07.2015

Әйтәйек, Беларусь - арыш һәм картуф , Әстрхан өлкәһе - йәшелсә, Краснодар - көнбағыш, арыш,Ҡаҙағстан-  үлән орлоҡтары етештергән,Үзбәкстан - мамыҡ үҫтергән. Илдең төрлө республикаларға бүленеүе, «ҡырағай капитализм»дың килеүе, эшҡыуарлыҡҡа тотоноусыларҙы тиҙерәк килем алыуға этәрҙе. Был инде селекция эшенең онотола башлауына килтерҙе.

Туймазы районы фермеры Әмин Ибраһимов ябай ағас теплицала  15 йыл йәшелсә үҫтергән. Һәр килограмының үҙҡиммәте 70 һумға төшкән. Яңы теплицала был сығымдар 20 һумға әҙерәк. Ә инде орлоҡтар мәсьәләһенә килгәндә, ысын патриотлыҡ өлгөһө тип әйтергә кәрәктер. Бында Рәсәй орлоҡтарынан сәселгән «Кураж», «Атлет», «Эстафета» һәм «Казанова» сортлы ҡыярҙар үҫә.
Патриотлыҡ өлгөһө тип әйтеүебеҙ миҙалдың бер яғы ғына. Тырыш фермер бөгөн ҙур ауырлыҡтар алдында. Баҡтиһәң, санкция тигәндәренә эйәреп беҙҙекеләр ҙә хаҡ күтәрә башлаған. Көндәлек мәшәҡәттәр Әмин Ибраһимовҡа селекция өлгөләре менән эшләргә ныҡ ҡамасаулай.
Әмин Ибраһимов, фермер: «Санкцияларҙын сығып импорт сикләнһә лә, сит ил йәшелсәләре икенсе илдәр аша килә. Бар нимә лә долларҙа иҫәпләнгәс ҡиммәтселек. Орлоҡтарға ла, тимергә лә, хаҡ артты. Газ 1 июлдән 7 процентҡа ҡиммәтләнде».
«Иҫкегә төртөлһәң иҫең китер» ти халыҡ әйтеме. Яңы яңы инде, был теплицала квадрат метр ҡеүәте лә юғары.
Туймазы районының икенсе бер фермеры Руслан Тимербулатов асыҡ ерҙә кәбеҫтә һәм башҡа йәшелсә үҫтерә.Кәбеҫтәнең «Колобок» һәм «Мәскәү» сорттары етмәгәс фермер уны Голландиянан да алып сәскән.Сөгөлдөр менә кишер тик рәсәй сорттарынан ғына тора.Яҡшы орлоҡ алыу өсөн яҡшы килем кәрәк. - Яландан тороп һатыуҙан файҙа юҡ, - ти ул.
Башланған эш - бөткән эш тиһәләр ҙә, күптәр үҫтергәнен ҡайҙа итергә белмәй. Тимәк, фермерға саүҙәгәрлеккә лә өйрәнергә кәрәк.
Селекция тигәндәрен айырым бер район кимәлендә генә үҫтереү мөмкин түгел.Үҙеңдекен ҡайтанан тергеҙеү өсөн  кәмендә 10-15 йыл ваҡыт кәрәк.
Үткәндәрҙән «энтузиазм» тигән матур һүҙ тороп ҡалды.1990 йылдарҙы хәтерләткән был заманда тап шул энтузиастар эште алға этәрә. Туймазы районы фермеры Руслан Тимербулатовҡа идарасы ла, механизатор ҙа Мөнир Хәйруллин ярҙам итә.Бер ҡараһаң ул йәшелсәләрҙе һуғара, күп тә үтмәй бартерға алынған һыйырҙы яланға сығара. Деталдәрҙән тиерлек йыйылған тракторҙы ла Мөнир үҙе йөрөтә.Тик «селекция» тигәндәре генә уның өсөн ят һүҙ. - Ғалимдар эшенә тығыла алмайым, - ти ул.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика