Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы! 09.09.2014

«Өфө» дәүләт ат һарайы заводы тоҡомло айғырҙар үрсетеү менән бергә ҡымыҙ ҙа бешә. Әлегә уның күләме тәүлегенә 100 литрҙан ашыу ғына. Предприятие үҙ иҫәбенә тағы ла бер ҡымыҙ цехы төҙөй. Коллективтың ниәте - бейә һөтөн киптереп, йыл әйләнәһенә ҡымыҙ менән тәьмин итеү.

«Геккон» ҡушаматлы сабыш атын бөгөн саф һауаға сығарғас ул берәүҙе лә һыбай мендермәне. Үҙенең элиталы икәнлеген аңлайҙыр, күрәһең. Йәйәүләп кенә йөрөп килергә булды ул. Ә инде уның «Опричник» тигән тоҡомдашының киреһенсә, кәйефе яҡшы. Ташлы юлдан үтеүҙән дә, ат өйрәтеүсе Екатерина исемле ҡыҙҙы ултыртып бер елдереп сабып килеүҙән дә баш тартманы ул.
Исеме тәү ҡарашҡа ҡатлаулыраҡ яңғыраһа ла, «Өфө» дәүләт ат һарайы заводы республиканың иң оло предприятиеларынан һанала.
Башҡортостанда бөгөн йөҙ иллеләп фермала ҡымыҙ эшләнә.Бының өсөн 8 мең баш бейә тотола. Был өлкәлә иң алдынғы хужалыҡтарҙың береһе - «Өфө» дәүләт ат һарайы заводы ның 170 йылға яҡын тарихы бар. Бөгөн бында тәүлегенә центнер ярым ҡымыҙ етештерелә.
Сабыш атттарынан айырмалы рәүештә, бындағы бейәләр баҫалҡы тормош менән йәшәй.Уларҙың төп бурысы ваҡытында ҡолонларға һәм ҡымыҙ өсөн көнөнә ике тапҡыр һөт бирергә.
Ҡымыҙ ҙур күләмдә етештерелмәй.  Юғары технология буйынса был завод сығарған шифалы эсемлектең даны республикала киң билдәле. Әммә ҡымыҙ баш ҡала, уның тирәһендәге ауылдарҙан ары китеп өлгөрмәйенсә, көнөндә һатылып бөтә.
Оҙаҡ йылдар эшләп килгән ҡымыҙ цехы янында яңырағы барлыҡҡа килде. Уны предприятие үҙ иҫәбенә төҙөтә. Заводтың ҡеүәтен тағы ла арттырыу ниәте бар. Бының өсөн конторала ла эш ҡайнай. Партнерҙар, клиенттар менән һөйләшеүҙәр бара. Ике йылдан 170 йыллығын билдәләйәсәк «Өфө» дәүләт ат һарайы заводының архив кенәгәләре тикшерелә, яңыртыла. Былары инде сираттағы китапты яҙыу өсөн. Әлегә инде завод өсөн «максимум программаһы» - яңы цехты төҙөү. Бейә һөтөн киптереп йыл әйләнәһенә эшләй башлағас ШОС-БРИКС саммиты көндәренә күпләп ҡымыҙ етештереп буласаҡ.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика