Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ 03.06.2017

Хәйбулла районы Вәзәм ауылында йәшәүсе Риф Сурин һөнәре буйынса  сәнғәт  кешеһе булһа ла,  һауынсы, мал ҡараусы,  уҡытыусы,  балта оҫтаһы, хатта иретеп-йәбештереүсе лә булып эшләгән. Әле  ул  эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.  

Төрлө шәлдәр, балаҫ һуғыу өсөн тәғәйенләнгән  туҡыу станогын Риф Сурин бынан бер нисә йыл элек  эшләй башлай. Ауылда ойошторолған «Вәзәм шәле» клубы грант алып, эш  тағы ла йәнләнгәс, заказдар ҙа күбәйә. Оҫтаның станоктары менән тирә-яҡ ауылдар ҙа ҡыҙыҡһына.
Йүнсел хужалыҡ эштәре өсөн дә төрлө ҡоролмалар  яһай. Ғаилә башлығының төп иғтибары  ишек алдында урынлашҡан теплицаға йүнәлтелгән. Өсөнсө йыл рәттән Суриндар  ҡыяр үҫтереп, район кибеттәренә һатыуға сығара. Төбәктә кәсеп менән мауығыусылар артһа ла, Вәзәм ҡыярына һорау кәмемәй.
Шөғөлдө табыш сығанағы иткәнгә тиклем ярайһы ғына көс түгергә тура килә, ти ғаилә башлығы. Теләк булғанда район үҙәгенән етмеш саҡрым алыҫлыҡта ла етеш, мул тормошта йәшәп булғанлығын  Риф Сурин үҙ миҫалында дәлилләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку