«Еңеү урманы» Бөтә Рәсәй акцияһы Нуриман районында ойошторолдо 03.10.2015

Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сара Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәре,  Нуриман районы йәштәре менән берлектә «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәш гвардиясылары, Моторҙар эшләүселәр союзы  ҡатнашлығында үтте. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенән Бөйөк Ватан һуғышы яуында башын һалған 300 яугирҙың исеме ҡарағайҙар аллеяһы менән мәңгеләштерелде.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең ял базаһы «Упҡан»ға олоһо ла, кесеһе лә ҙур теләк менән йөрөй. Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышы  еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ тиерлек. Һәр ғаиләлә ҡаһарман атай-олатайҙар хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана. Илебеҙ азатлығы өсөн ҡорбан булыусылар рухын иҫкә алыу ҙур сауап.  Иртә менән быҫҡаҡлап торған ямғыр ҙа изге эшкә ҡамасауламаны.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы ойошторолған акцияны 300 ҡарағай менән Нуриман район хакимиәте тәьмин иткән. Дымлы һауа шарттары-ағас ултыртыу өсөн ҡулай. Бер юлы ике файҙалы эш башҡарыла: «Еңеүселәр аллеяһы» будырыла һәм ял базаһы биләмәләре йәшелләндерелә. Киләсәктә бында гранит һуҡмаҡтар түшәү ҙә ҡаралған. Яугирҙар рухына ағас ултыртыуҙың тәрбиәүи роле лә баһалап бөткөһөҙ.
«Еңеү урманы» акцияһында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәт ветерандары ла әүҙемлек күрһәтте. Илебеҙ ҡеүәте өсөн тырышып эшләгән уңған инәйҙәр йәштәрҙе берләштереүсе, париотик рухын үҫтереүсе өмәләргә ыңғай ҡарашта.
«Еңеү паркы» Бөтө Рәсәй акцияһы сиктәрендә, тап Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар һаны тиклем 27 миллион ағас ултыртыу ҡаралған. Нуриман ерендәге кеүек хәтер аллеяһын ултыртыу  республикабыҙҙың башҡа төбәктәр ҙә лә  дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика