Дүртөйлө районында баҫыуға тәүгеләрҙән булып «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводы эшсәндәре төштө

Дүртөйлө районында  баҫыуға тәүгеләрҙән булып «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводы эшсәндәре  төштө 01.05.2015

Бында ла сәсеү ата-бабалар йолаһы буйынса башҡарыла. Ауыл аҡһаҡалы Рауил Һатыҡов  изге теләктәрен еткерҙе, имам-хатиб  Радик Фазылов  мул уңышҡа өмөтләнеп вәғәз әйтте.  Тупраҡҡа йомортҡалар  ырғытылғас, механизаторҙар руль артына ултырҙы. Ойошмала  тәжрибәле эшселәр ҙә, йәштәр ҙә бар.

Хужалыҡтың 4 600 гектар һөрөнтө  ерҙең  мең гектарына  ужым, ҡалғанында ҡарабойҙай, арпа һәм башҡа культуралар сәселә.  Орлоҡтар  яңыртылып тора, уларҙың  ҡоролоҡҡа сыҙамдарына өҫтөнлөк бирелә. Минераль ашламалар,  яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек. Ер өлгөргән, һауа шарттары яҡшы торғанда аҙна-ун көндә хеҙмәтсәндәр сәсеүҙе тамамларға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку