Дүртөйлө районы хужалыҡтары ураҡты тамамлау алдында 28.08.2014

Ҡайһы бер майҙандарҙа ужым культураларын сәсеү ҙә башланған. Уңыш былтырғы менән сағыштырғанда ярайһы ғына мул, ти аграрийҙар. Киләһе йылға орлоҡтар әҙерләнгән, ырҙын табаҡтары ашлыҡ менән тулған.

Комбайндар һуңғы гектарҙарҙа ураҡ һуға. Тағы ла бер көндән «Йәнекәй» хужалығы ашлыҡты тулыһынса йыйып бөтәсәк. Ауыл эшсәндәре быйыл 2 700 гектар майҙанды эшкәрткән. Баҫыуға башлыса ужым культуралары, һоло, арпа, ҡара бойҙай һәм башҡа бөртөклөләр сәселгән. Ураҡ эштәренә, һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле, һуң төшөлһә лә, эштең яҡшы ойошторолоуы һөҙөмтәһендә иртә тамамланды, ти агрономдар.
Хужалыҡта бер үк ваҡытта ужым культураларын сәсеү эштәре лә башланған. Агрономдар киләһе йылда  өҙгө сәсеүлектәргә ҙур  өмөт бағлай. Ул арала быйыл  планға индерелгән 32 мең центнер уңыштың 27 меңдән ашыуы бураларға һалынған да инде. Аграрийҙарҙы ашлыҡҡа хаҡтың түбән былыуы ғына борсой. Шуға ла улар яңы уңыш һатыуҙы яҡшы көндәргә тиклем һаҡлап торорға булған. Бының өсөн хужалыҡта шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә бар.
Хужалыҡта меңдән ашыу баш мал иҫәпләнә. Көн һайын 5 мең тоннанан ашыу һөт һаталар. Киләсәктә етештереү күләмдәре тағы ла артыр тип көтөлә. Былтыр сит илдән заманса технологиялар менән йыһазландырылған һауын комплексы ҡайтарылған. Был инде һөт етештереүҙе беренсе сорттан юғары сортҡа сығарыуға булышлыҡ иткән. Тимәк, алынған килем дә 10 процентҡа тиклем артасаҡ.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика