Дүртөйлө районы хужалыҡтары ла ураҡҡа ҡушылды

Дүртөйлө районы хужалыҡтары ла  ураҡҡа ҡушылды 10.08.2017

Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ хужалығында 720 гектарҙа борсаҡ яҫмаларға һалынған. Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн аяҙ торған һәр көндөң минуты ла ҡәҙерле.

Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ  хужалығында урып -йыйыу эшендә тиҫтәгә яҡын комбайн ҡатнаша. Йылына күрә яҫмалар ҙа ярайһы. Ҡуҙаҡлыларҙың"Шишмә229","Аксаков,""Ватан" сорттары үҫтерелгән. Борсаҡ һабағы шунда уҡ һалам ҡаптарына төрөлә. Әлеге ваҡытта 560 тонна бесән төрөлгән.
Быйыл тотороҡһоҙ һауа шарттары арҡаһында сәсеүгә лә ике аҙнаға һуңыраҡ  төшкәндәр. Үткән йыл урып-йыйыу эштәре 13 августа тамамлаһалар, быйыл 1сентябрьгә эштәрҙе теүәлләргә иҫәп тоталар.
Ике көндән был хужалыҡта борсаҡты һуғыу  тулыһынса тамамланасаҡ. Сиратта ҡара бойҙай,арыш,бойҙай,кукуруз культуралары. Әлегә урып-йыйыу эштәре графикка ярашлы алып барыла. Ауыл хужалығында борсоулы сигналдарға урын юҡ.
Ырҙын табағына  әле 600 тонна борсаҡ килтерелгән. Ҡуҙаҡлы культураның гектар ҡеүәте-20 центнер. Борсаҡ башта таҙартыла, һуңынан киптерелә һәм аҙбарға һалына. Ҡуҙаҡлы культураның бер өлөшө орлаҡҡа,икенсеһе -һатыуға, ә өсөнсө өлөшө-мал аҙығы фуражға тотонола.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку