Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты каникул алдынан һуңғы ултырышын үткәрҙе 02.06.2015

Унда республика парламентының сираттағы ултырышына сығарыласаҡ закон проекттары һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһының һөҙөмтәләре барланды.

Былтыр башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, ведомство министры Николай Коваленко программаның ярайһы уҡ яҡшы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Тотош ил  иҡтисади ҡатмарлыҡтар кисергәндә, тармаҡҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамы үтә лә ваҡытлы һәм әһәмиәтле булды, тине тармаҡ етәксеһе. Республикала ауыл хужалығы тауарҙары етештереү күләме лә бер аҙ артҡан. Уның күләме 135 миллиард һум менән баһалана.
Кәңәшмәлә сираттағы парламент ултырышына сығарыласаҡ закон проекттары ла ҡаралды. Улар ҙа ауыл хужалығын үҫтереү, экологияны яҡшыртыу һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәре эшен субсидиялауға ҡағыла. Проекттарҙың барыһы ла Башҡортостан закондарын федераль ҡануниәт менән яраҡлаштырыу маҡсатында индерелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика