Дәүләт ярҙамы яңы мөмкинлектәр аса

Дәүләт ярҙамы яңы мөмкинлектәр аса 10.07.2015

Мәләүез районының «Рассвет» крәҫтиән-фермер хужалығы грант ярҙамында етештереү күләмен арттырған. Төбәктә ит һәм һөт продукцияһын сауҙаға сығарыуҙы хәл иткән.

Ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнаған Римма Коннова малдың холҡон яҡшы белә. Был тармаҡта 17 йәшенән эшләгән ханымдың ҡаҙаныштары ла етәрлек. Алдынғы ауыл хужалығы белгесе булараҡ ул Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советы тарафынан Германияның Округ Галле ҡалаһына тәжрибә уртаҡлашыр өсөн ебәрелә. Тырыш хеҙмәте лә бушҡа булмай, күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Римма Коннова, хеҙмәт ветераны: «Быҙауҙарҙы яратып ҡарайым.  Минең өсөн иң мөһиме малҡайҙарҙың һаулығы. Ә ҡалғаны үҙ яйы менән барасаҡ. Һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас холҡо бар. Мин уларҙы үҙ балаларымды ҡараған кеүек тәрбиәләйем».
Ауыл хужалығын коллективлаштырыу осоронда уҡ нигеҙ һалынған ферма бөгөн яңы үҙгәрештәр кисерә. Ферманың ҡыйыҡ-биналары яңыртыла, тоҡомло мал һаны арттыла. Бынан тыш, ит һәм һөт продукцияһы уңышлы хәл ителә. Төбәктең һөт заводы продукцияһын үҙ сауҙа нөктәләрен булдырып һатыуға сығара. Хужалыҡта эш яҡшы ойошторолған. Малсылар хужалыҡ етәкселеген, етәкселәр хеҙмәткәрҙәрҙең хәлен аңлап, һәр эште бергәләшеп башҡара. Уңыштың төп сере берҙәмлектә икәнен улар яҡшы аңлай.
Александр Емелин, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Беҙҙә һөт бүлмәләре лә бар. Унда һыуытҡыс та урынлаштырҙыҡ. Һауылған һөт шул бүлмәгә йыйылып дүрт градусҡаса һыуытыла. Әлбиттә, был ысул халыҡҡа сифатлы продукция тапшырыу өсөн эшләнә».
Фермер киләсәккә юғары маҡсаттар менән йәшәй. Шуға ла иҡтисади баҙар шарттарында эште дөрөҫ ойоштора белгән хужалыҡтың уй-ниәттәре лә тормошҡа аша. Мәҫәлән, быйыл яҙ һатып алған тауыҡтар йомортҡа ла һала башлаған. Ул да үҙенең үтемле продукция икәнлеген раҫланған.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку