Дәүләт малсылыҡ тармағына ярҙам күләмен кәметмәйәсәк

Дәүләт малсылыҡ тармағына ярҙам күләмен кәметмәйәсәк 10.09.2016

Был турала Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ департаменты етәксеһе Харун Әмирханов Башҡортостандың  Туймазы районына сәфәре барышында белдерҙе. Төбәктә ул   яуаплылығы сикләнгән «Нерал-Матрикс» йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһы эше менән танышты.

Хужалыҡ голштен тоҡомло эре мөгөҙлө мал етештерә. Дөйөм малдар һаны-1859, уларҙың 811 һыйырҙар. Уртаса һауым -6299 килограмм тәшкил итә, йөҙ һыйырҙан - 85 быҙау алына. Йыл башынан бер һыйырҙан 4141 килограмм һөт һауылған. Хужалыҡ эшмәкәрлеген, хеҙмәтте ойоштороу процессын Харун Әмирханов  юғары баһаланы. Йылдам эшләүсе «Нерал-Матрикс» йәмғитәтенең  тоҡомсолоҡ заводы кимәленә тиклем үҫеү мөмкинлеге бар. Тәжрибә артынан сит илдәргә йөрөйһө түгел, үҙебеҙҙә өйрәнер һәм тәжрибә уртаҡлашыр предприятиелар етерлек. Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының киләһе йылдарҙа ла ауыл хужалығына иғтибарҙы кәметмәйәсәк тип белдерҙе.  
Харун Әмирханов, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ департаменты етәксеһе: «Федераль министрлыҡ һәм Рәсәй хөкүмәте 2017-2019 йылдарға ауыл хужалығын яҡлау кимәле 2016 йылдағынан   кәм булмаясаҡ тип белдерҙе.  Бындай  дәүләт яҡлауы ит һәм һөт йүнәлешендәге малсылыҡ үҫеше өсөн шарттар булдырасаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика